АБҘАН РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көньяғында урынлашҡан, төньяҡта — Ейәнсура, төньяҡ-көнсығышта — Йылайыр, көнсығышта Хәйбулла р‑ндары, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Ырымбур өлк. м‑н сиктәш булған. 1946 й. 20 мартында ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән, терр‑яһы Ейәнсура р‑ны составына индерелгән. Майҙаны 2234 км2. Район үҙәге — Абҙан ауылы. Районда 8 ауыл советы, 58 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 2376 кеше (1950), күпселек башҡорттар йәшәгән. Иҡт. нигеҙен һарыҡсылыҡҡа, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. 14 колхоз, 2 совхоз, МТС, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 3 урта мәктәп, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, 12 клуб учреждениеһы, район һәм 12 ауыл китапханаһы булған. “Сталинсе” гәз. сыҡҡан.

Р.М.Арыҫланов

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018