БӨРӨ УРТА МӘКТӘБЕ №3. 1918 й. Бөрө ҡыҙ балалар гимназияһы нигеҙендә 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына. 1918—21 йй. мәктәп эшләмәй. 1951 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын ала. Дендрарийы бар. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында М.З.Бәширов, Й.Ғ.Рәхмәтуллина, А.А.Смородинцев, Ф.Ғ.Төхбәтуллин. Мәктәптең төп корпусы бинаһы (1909 й. төҙөлгән; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1908) — архитектура ҡомартҡыһы. 1918—19 йй. унда Бөрө өйәҙенең Ҡыҙыл гвардия штабы урынлаша, 1919—21 йй. — хәрби учреждение. Мәктәптең 2‑се бинаһында 1938—41 йй. артиллеристарҙың полк мәктәбе була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәптә эвакуацияланған испан балалары уҡый.

Р.Ғ.Мусаев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика