БӨРӨ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ. 1941 й. гимнастёркалар һәм ирҙәр эске кейеме тегеү б‑са “Швейник” кооператив артеле базаһында нигеҙ һалына, 1991 й. алып ЯАЙ, 1995 й. — ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына эксперименталь, тегеү, әҙерләү-киҫеү, эшкәртеү цехтары, ҡатырға әйбер яһау һәм механика участкалары (бөтәһе лә 1966 й. нигеҙләнгән) ингән. 1999 й. 265 кеше эшләгән. Ирҙәр күлдәге етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.