БУГАНИН Александр Андреевич (26.4.1957, Өфө), рәссам, график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1988). 1989 й. алып “Сәнғәт” галереяһында (Өфө) эшләй, 1998 й. — А.В.Булянская галереяһында (Мәскәү). Б. ижадында 20 б. аҙ. постмодернизм йоғонтоһо һиҙелә. Б. әҫ. йыш ҡына карнавал мотивтарын сағылдыра, улар бай тональ палитра, төҫтәрҙең ҡырҡыу ярашыуы м‑н айырыла: “Алтын ямғыр” (1992), “Өкө ҡауырһыны байрамы” (1994), “Сфинкс” (1995). Техникаларҙы (рәсем сәнғәте, графика, коллаж) ҡатыштырыуҙы файҙалана, ирониялы стилизацияға мөрәжәғәт итә (урта быуат Европа портреты композицияһы төҙөлөшөн ҡуллана): “Анастасия” (1994), “Һырғалы ир” (1995), “Оҫта Теодорих” (1996). Туҡымаға май м‑н төшөрөү (“Үле тәбиғәт”, 1984; “Өҙөлгән осош”, 1987; “Иҫерек фәрештә”, 1995) кеүек традицион техниканан тыш, Б. майлы һәм акрил буяуҙарын ҡатнаштырып эшләй (“Йоҡоға талған йорт 1”, 1997; “Ҙур уңыш”, 1998). Б. ҡайһы бер эштәре ҡағыҙға (“Оҫтаға туҫтаҡ”, 1997), ағасҡа (“Йорт музейының бәләкәй шатлыҡтары”, 1999) һ.б. төшөрөлгән. 1985 й. башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1988, 1990, 1993, 1995), С.‑Петербург (1995, 1996), Мәскәү (1997, 1998). Эштәре БДХМ‑да, А.В.Булянская галереяһында, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

Әҙәб.: Александр Буганин. Живопись и графика: альбом. М., 1998.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика