БУГАЙ Дмитрий Ефимович (26.1.1956, Өфө), физик‑химик. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) ӨДНТУ‑ла эшләй, бер үк ваҡытта 1985 й. алып Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ‑ның лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре металл коррозияһы һәм ашалыу процестарының электрохимик кинетикаһы проблемаларына арналған. Б. металдарҙың механик-химик үҙенсәлектәрен анализлау нигеҙендә уларҙың емерелеүенең яңы законлыҡтарын асыҡлай һәм көсөргәнеш тәьҫирендә коррозия ингибиторҙарын алыу ысулдарын эшләй. Уларҙың бер нисәһе СССР Газ сәнәғәте министрлығы пр‑тиеларында (1990), “Башнефть” АНК‑нда (1998), “Оренбурггазпром” ЯСЙ‑нда (2004), “Татнефть” ААЙ‑нда (2009) индерелә. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Коррозионностойкие стали и сплавы. Уфа, 2003; Ингибиторы коррозии: в 4 т. М., 1997—2000 (авторҙ.).

Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика