БӨРӨ СПИРТ-АРАҠЫ КОМБИНАТЫ, Башспирт” ААЙ филиалы. Составы: Берёзовка спирт з‑ды (1997 й. алып); таҙартыу, ҡойоу, һауыт-һаба, сувенирҙар, тауар ебәреү цехтары; транспорт участкаһы. 2011 й. 402 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1926 й. ҡаҙна шарап склады (1894 й. нигеҙләнгән) базаһында Бөрө ликёр-араҡы з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1997 й. башлап ДУП, 2001 й. — “Башспирт” ДУП‑ының Бөрө “Белая крепость” ликёр-араҡы з‑ды бүлендек пр‑тиеһы, 2002 й. алып хәҙ. статусын ала, 2008 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика