БУВАКИН Александр Сергеевич (4.10.1917, Тверь губ. Лемехово а. — 13.3.2000, Өфө), йырсы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1958). 1933 й. алып — Рыбинск моторҙар эшләү з‑ды, 1945—79 йй. ӨМЭПБ токары. Тауышы тәрән тембрлы көслө, матур. Башҡарыу оҫталығы сағыулыҡ һәм артистизм м‑н айырылып торған. Репертуарында А.П.Бородиндың “Кенәз Игорь” (“Князь Игорь”), Дж.Россиниҙың “Севилья цирюльнигы” (“Севильский цирюльник”) операларынан ариялар; Р.Бёрнс шиғырҙарына Г.В.Свиридовтың вокаль циклы, П.И.Чайковский, М.И.Глинка һ.б. романстары һәм йырҙары, урыҫ халыҡ йырҙары, боронғо романстар. 50 йылдан ашыу Б. “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайының художестволы үҙешмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Ижади делегациялар составында Финляндия (1951), Болгарияла (1972) булған, СССР ВДНХ‑нда сығыш яһаған (1974). Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалдәре (1977, 1985, 1990) лауреаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

С.Д.Фазылова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика