БӨРӨ СОЦИАЛЬ‑ПЕДАГОГИЯ АКАДЕМИЯҺЫ, 1939 й. Бөрө пед. уч‑щеһы нигеҙендә Бөрө уҡытыусылар ин‑ты булараҡ асыла, 1952 й. алып пед. ин‑ты, 2005 й. — дәүләт соц.-пед. акад., 2012 й. — Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы. Акад. составында 10 ф‑т (башланғыс белем пед. һәм методикаһы, биол.‑химия, сит телдәр, тарих, технология һәм эшҡыуарлыҡ, пед. һәм психология, физик культура, физика‑матем., филол., художество‑графика), китапхана, Һ.Л.Дәүләтшина музейы, агробиостанция, дендрарий, “Дуҫлыҡ” һәм “Шәмсетдин” спорт лагерҙары, картина галереяһы. Акад. эргәһендә пед. лицейы ойошторолған (1992). Тамамлаусыларға белгес, бакалавр квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 26 һөнәр б‑са алып барыла. 5 һөнәр һәм 2 йүнәлеш б‑са аспирантура эшләй. Уҡытыусылар араһында 38 фән д‑ры һәм 140 канд. (2010). 50 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. “Гёте” немец мәҙәни үҙәге (Германия), Австралия, АҠШ, Бөйөк Британия, Нидерланд вуздары м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Ректорҙары: Г.Г.Неизвестных (1950 й. алып), Ғ.Н.Фәтихов (1954—56, 1960—62), И.А.Зотов (1956 й. алып), М.Б.Мортазин (1958 й. алып), Ф.В.Солтанов (1962 й. алып), К.Ш.Әхиәров (1963 й. алып), М.И.Ғарипов (1989 й. алып), С.М.Усманов (1995 й. алып). Төп корпус (Интернационал урамы, 10; 1912 й. төҙөлгән), тарих ф‑ты (Чеверёв урамы, 6; 1876 й. төҙөлгән), сит телдәр ф‑тының инглиз (Коммунистик урамы, 58; 19 б. 80—90‑сы йй. төҙөлгән) һәм француз (Ленин урамы, 44; 19 б. аҙ. төҙөлгән) бүлектәре, китапхана (Ленин урамы, 35; 1903 й. төҙөлгән) биналары — архитектура ҡомартҡыһы. Акад. терр‑яһында Дәүләтшинаға һәйкәл ҡуйылған (1979).

С.М.Усманов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика