БӨРӨ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ, Башҡортостандың төньяҡ урман-дала зонаһы, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһы, көньяҡ урман‑дала зонаһы шарттарында үҫтереү өсөн емеш культураларын һайлап алыуҙы (ҡара: Сорт һынау) тормошҡа ашыра. 1961 й. ойошторола. Бөрө ҡ. урынлашҡан. Емеш культураларының сорт агротехникаһы б‑са тәж. үткәрә һәм БР‑ҙа ҡулланылышҡа индерә, Дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестрында теркәлгән яңы сорттарҙың сәсеү материалын үҫтерә. Сәсеүлек майҙаны — 28 га (2009). Б.с.һ.у. тәҡдиме б‑са Дәүләт реестрына алмағастың Башкирский изумруд, Пепин Башкирский; грушаның Башкирская летняя; һырғанаҡтың Чуйская; ҡара ҡарағаттың Бобровая, Караидель; крыжовниктың Малахит, Смена; ҡурай еләгенең Новость Кузьмина; ҡайын еләгенең Огонёк; аш виноградының Александр, Юбилейный һ.б. сорттары индерелгән. 1994—99 йй. Б.с.һ.у. уртаса уңдырышлылыҡ (ц/ га): Уральское наливное алмағасы — 105; Северянка грушаһы — 80; Сеянец Голубки ҡара ҡарағаты — 47; Мечта ҡыҙыл ҡарағаты — 53; Награда ҡурай еләге — 36; Малахит крыжовнигы — 85; Фестивальная ҡайын еләге — 20.

Р.К.Кадиков

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика