Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/01/062%20ABZANOVO.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/01/062%20ABZANOVO.jpg'

АБҘАН, М ы р ҙ а б у л а т, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 49 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 619 кеше; 1920 — 675; 1939 — 809; 1959 — 1727; 1989 — 959; 2002 — 973; 2010 — 882 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Абҙан урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Юлдыбай һәм Әҙелбай Абҙановтар билдәле. Шулай уҡ Көҙәш булараҡ теркәлгән. 1795 й. 22 йортта 150 кеше йәшәгән, 1866 й. 39 йортта — 315 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, тирмән булған. 1946—56 йй. Абҙан районының адм. үҙәге. Ауыл эргәһендә Әлйән тауы урынлашҡан. С.Ш.Мырҙабулатов, Б.Д.Мәһәҙиев, Д.Д.Мәһәҙиев, Р.С.Сарбаев ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке