БУБИ Мөхлисә, Бобинская М. (ысын исеме Ниғмәтуллина Мөхлисә Ғәбделғәлләм ҡыҙы; 1869, Вятка губ. Иш‑Буби а. — 23.12.1937, Өфө), дин әһеле, педагог-мәғрифәтсе. Йәдитселек яҡлы. Өйҙә белем ала. 1901 й. алып тыуған ауылында 6 йыллыҡ татар ҡыҙ балалар мәктәбе мөдире. 1908 й. мосолман ҡыҙҙары өсөн яңы методикалы мәҙрәсә аса, унда ислам нигеҙҙәре м‑н бер рәттән, донъяуи фәндәр (көнсығыш телдәре һәм әҙәбиәте, пед., урыҫ теле һ.б.) уҡытыла. Мәҙрәсә ябылғас (1911), Троицк ҡ. күсә, унда татар ҡыҙ балалар мәктәбенә етәкс. итә, бер үк ваҡытта 1913 й. башлап ҡыҙ балалар гимназияһында мосолман дине тәғлимәтен уҡыта. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы (1917 й. майы) делегаты. Рәсәйҙә тәүге ҡатын‑ҡыҙ ҡазый, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандары Үҙәк Диниә назараты президиумы (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) ағзаһы. Ҡатын-ҡыҙ араһында мәҙәни‑ағартыу эше алып бара, уларҙың ирҙәр м‑н тиң хоҡуҡлы булыуын яҡлап сығыш яһай. “Ислам мәжәлләсе” ж. (“Ислам журналы”; ҡара: Мосолман ваҡытлы матбуғаты) уның ислам тарихына, әхлаҡ мәсьәләләренә, ҡатын‑ҡыҙҙың белем алыуына арналған мәҡәләләре баҫыла. Репрессиялана (1937), атыла. 1960 й. аҡлана.

Р.Үтәбай‑Кәрими

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика