БУБЛИК Николай Дмитриевич (22.5.1941, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2002), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). ӨАИ‑ны тамамлаған (1964), 1965 й. алып (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй (1983—86 йй. “Искра” электр технологияһы махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы дир. урынбаҫары). 1978—83 йй. Двигателдәр етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу ҒТИ‑ның (Өфө) Урал филиалы бүлеге начальнигы. 1988 й. башлап Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тының Өфө филиалы деканы, дир., бер үк ваҡытта Башҡ‑н терр. проф. бухгалтерҙар ин‑ты (Өфө) президенты. Фәнни хеҙмәттәре баҙар иҡтисады шарттарында респ. үҫеше, яңыса эшмәкәрлек м‑н идара итеү проблемаларына арналған. Б. етәкс. 1992—93 йй. Өфөнөң муниц. милкен хосусилаштырыу программаһы, һығылмалы, интеграль, фәнгә таянған производство системаларында хәүеф м‑н әүҙем идара итеүҙе камиллаштырыу өсөн “хәүеф-ресурс” концепцияһы һ.б. эшләнә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика