БӨРӨ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының төньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1865 й. — Өфө губернаһы составында. 18 б. аҙ. төньяҡта Красноуфимск өйәҙе һәм Пермь өйәҙе, көнсығышта Өфө өйәҙе, көньяҡта Бәләбәй өйәҙе, көнбайышта Алабуға өйәҙе, Минзәлә өйәҙе һәм Сарапул өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Бөрө ҡалаһы. Майҙаны — 22927 км2 (1897). Халҡы: 18 б. аҙ. — 82016 кеше (ш. иҫ. башҡорттар 20707), 1897 й. — 497696 (башҡорттар — 262264, мариҙар — 66341, мишәрҙәр — 2069, татарҙар — 2339, удмурттар — 21216, урыҫтар — 141300 һ.б.), 1920 й. — 625,5 мең кеше. 19 б. аҙ. өйәҙҙә 486530 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 8104, дворяндар — 1084 һ.б.; мосолмандар — 258480, православие динендәгеләр — 155212 (ш. иҫ. 2406 старообрядсы) һ.б. 19 б. аҙ. ҡарай 200 мең дисәтинәнән ашыу башҡорттарҙың аҫаба ере һатыла. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙҙә 10‑сы башҡ. һәм 4‑се мишәр кантондары ойошторола. 1800 й. өйәҙҙә 496 торама пункт була, 19 б. аҙ. — 1784. 1865 й. өйәҙ 5 станға бүленә. 1873 й. улустар һаны — 45 (Алпауыт, Анастасьевка, Андреевка, Асҡын, Баҙан, Байғужа, Байҡыбаш, Байҡы, Байсар, Борай, Ваныш‑Алпауыт, Илеш, Исмаил, Иҫке Балтас, Иҫке Петров, Йәлдәк, Касев, Кейебәк, Күтәрем, Ҡайынлыҡ, Ҡалмыҡ, Ҡарыш, Ҡубыяҙ, Ҡыҙылъяр, Мишкә, Мәскәү, Николаевка, Никольск, Павловка, Покровка, Пономарёвка, Сарсы, Сөрауыл, Сурай, Токнин, Уҫы‑Степановка, Үрге Ҡарыш, Үрге Тәтешле, Әмәкәй, Әсән, Ямаш, Яңы Ҡайынлыҡ, Яңы Ҡалмыҡ, Яңы Ҡырғы, Яңы Троицкий), 1922 й. — 43 улус. Б.ө. төньяҡ өлөшө халҡы башлыса урман кәсептәре, үҙәк һәм көньяҡ өлөшө игенселек, малсылыҡ һәм умартасылыҡ м‑н шөғөлләнә. 20 б. башында а.х. халыҡтың 84%‑ы мәшғүл була. 1904 й. һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең дисәтинә) 416,4 тәшкил итә, ш. иҫ. арыш сәсеүлеге — 193,4, һоло — 106,2, ҡарабойҙай — 46,7, тары — 22,9, борай — 16,8, бойҙай — 8,7, борсаҡ — 9,5, картуф — 5; һыйыр малы һаны — 45415 баш, йылҡы — 37133, һарыҡ — 85351, кәзә — 7743, сусҡа — 8255. 19 б. аҙ. 2 арҡан ишеү, 6 дегет ҡайнатыу, 18 кирбес һуғыу һәм 13 поташ заводы эшләй. Бөрөлә, Абдулла, Айбүләк, Андреевка, Борай, Дүртөйлө, Истәк, Йәркәй, Касев, Можар, Мәскәү, Николо‑Берёзовка, Уҫы‑Степановка, Һәйтәк, Яңы Троицкий аа. йәрминкәләр үткәрелә. 1858 й. Ағиҙел й. пароход бәйләнеше асыла. 1865 й. 312 мәсет, 26 сиркәү һәм 31 часовня иҫәпләнә. Өйәҙ 1922 й. бөтөрөлә, уның терр‑яһы Бөрө кантоны составына инә.

Әҙәб.: Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.5. Бирский уезд. Уфа, 1900; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.45. Уфимская губерния. Тетр. 1, 2. СПб., 1901—1904.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Карта: БӨРӨ ӨЙӘҘЕ (кон. 19 в.)

 

Яндекс.Метрика