БӨРӨ МЕДИЦИНА-ФАРМАЦЕВТИКА КОЛЛЕДЖЫ, 2005 й. Бөрө медицина колледжы м‑н Бөрө фармацевтика колледжының берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше, лаб. диагностика, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше, фармация һөнәрҙәре б‑са алып барыла. 20 лаб., 3 компьютер класы, китапханаһы, дарыу үҫемлектәре үҫтереү өсөн уҡытыу-тәж. участкаһы, Шәмсетдин күлендә уҡыу-спорт комплексы, тамаша, спорт, тренажер залдары, саңғы базаһы, атыу тиры һ.б. бар. Клиникаға тиклемге практика үҙәге эшләй. 1800-гә яҡын белгес әҙерләнгән (2011). БДМУ, Пермь фарм. акад., И.И.Мечников ис. С.‑Петербург мед. акад., С.-Петербург химия-фарм. академияһы һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Т.М.Красильникова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика