БӨРӨ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1934 й. Н.Нариманов ис. Башҡ. мед. техникумының (Өфө) шәфҡәт туташы һәм фельдшер бүлектәре нигеҙендә асыла, 1935 й. алып Бөрө фельдшер-акушерлыҡ техникумы, унан 1936 й. фельдшер‑акушерлыҡ һәм фарм. (ҡара: Бөрө фармацевтика колледжы) мәктәптәре айырылып сыға, 1954 й. башлап мед. уч‑щеһы, 2003 й. — Б.м.к. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, спорт‑һауыҡтырыу лагеры булған. 12 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2003), улар араһында С.Е.Беляев, А.Ф.Вәлиәхмәтов, Ә.Ғ.Ғәббәсов, А.А.Пыхтеева. 2005 й. Б.м.к. һәм Бөрө фармацевтика колледжы нигеҙендә Бөрө медицина‑фармацевтика колледжы асыла.

И.Г.Золотарёв

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика