БӨРӨ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 4—8 бб. ҡарай. Бөрө ҡ. көньяҡ ситендә Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1901 й. А.А.Спицын тарафынан асыла, 1958—60 йй., 1962 й., 1978 й., 1981 й., 1983—85 йй., 1990—91 йй. Н.А.Мәжитов тарафынан өйрәнелә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Яҡынса 700 ҡәбер өйрәнелгән, улар хронологик яҡтан 2 төркөмгә бүленә: иртә (4 б. — 6 б. башы) һәм һуң (6— 8 бб.). Иртә осор ҡәберҙәре ҡәберлектең төньяҡ һәм төньяҡ‑көнсығыш өлөштәрен биләй. Мәйеттәр бәләкәй ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, башы м‑н төньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбергә күбәләк һымаҡ бронза фибулалар, йомоҡ дүңгәләкле һорау билдәһе рәүешендә эшләнгән сикә суҡтары, ҡыл муйынсаҡтар, балдаҡтар һәм сым беләҙектәр, түңәрәк, оҙонса һәм В формаһындағы бронза, тимер һәм көмөш ҡаптырмалар, күп ҡатлы сәйлән муйынсаҡтар һалынған. Ир заты ҡәберҙәрендә ҡатын‑ҡыҙ биҙәүестәре (беләҙектәр, муйынсаҡтар, сикә суҡтары, һырғалар һ.б.) һалынған туҙ ҡумталар, бысаҡтар, беҙҙәр һ.б. (“ҡорбан йыйылмалары”) табылған. Һуң осор ҡәберҙәре ҡәберлектең көньяҡ өлөшөндә (6—7 бб. һәм 7—8 бб. ҡәберҙәре терр. яҡтан айырылған) урынлашҡан. Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, башы м‑н төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып (ҡайһы ваҡыт төньяҡҡа йәки көнбайышҡа ауыштырып) ерләнгән. Баш осона соҡоп яһалған уйымда аҙыҡ һалынған балсыҡ һауыттар, ҡайһы бер ҡәберҙәр янында йола б‑са ерләнгән аттың башы, аяғы, тиреһе табылған. Керамика Бахмут мәҙәниәте (түңәрәк төплө, тышы тотош соҡорлап биҙәлгән, ауыҙы тирәләй ҡыйыҡ киртектәр төшөрөлгән), Ҡараяҡуп мәҙәниәте (түңәрәк төплө, тышы тотош соҡорлап биҙәлгән, ауыҙы тирәләй ҡыйыҡ киртектәрҙән горизонталь һыҙаттар төшөрөлгән), Кушнаренко мәҙәниәте (түңәрәк төплө, ваҡ тешле штамп баҫылған ҡыйыҡ һыҙаттар һәм муйыны, иңбашы буйлап ваҡ ҡыйыҡ селтәр төшөрөлгән), Турбаҫлы мәҙәниәте (түңәрәк төплө, орнаментһыҙ, соҡорло биҙәк баҫылған һәм муйыны, иңбашы буйлап ҡыя биҙәк һалынған) һауыттарынан ғибәрәт. Ҡәбергә ҡатын‑ҡыҙ биҙәүестәре (бронза беләҙектәр, ҡыл муйынсаҡтар, көҙгөләр һәм суҡтар, һырғалар, гәрәбә һәм быяла муйынсаҡтар), ҡорал предметтары (ике яҡлы тимер ҡылыстар һәм һөңгө остары), ат егеү кәрәк‑ярағы (тимер ауыҙлыҡ), билбау йыйылмаһы (бронза, алтын һәм көмөш ҡаптырмалар, ромб рәүешендәге өҫтәмәләр, бронза ҡайыш баштары, суҡтар) тәшкил итә. Һуң осорға ҡараған 2 ҡәберҙә 8 б. уртаһы Хәрәзм тәңкәләре (көмөш) табылған, береһендә — һыбайлы һыны рәүешендәге бронза суҡ. Ҡомартҡының көньяҡ-көнбайыш ситендә Пьяный Бор мәҙәниәте ҡәберҙәре табылған (2—3 бб. ҡарай). Ҡомартҡы Урал буйына Бахмут, Турбаҫлы, Кушнаренко һәм Ҡараяҡуп мәҙәниәте ҡәбиләләре күсеп ултырыу барышын сағылдыра. Б.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында, БДУ фондында һаҡлана.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика