БӨРӨ ҠЫҘ БАЛАЛАР ГИМНАЗИЯҺЫ. 1861 й. 2‑се разрядлы ҡыҙ балалар уч‑щеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1864 й. алып ҡыҙ балалар прогимназияһы, 1903 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1908 й.) — гимназия. Уҡыу түләүле була (дөйөм белем биреү кластарында йылына 16 һум, пед. — 25 һум), ярлылар ҡаҙна, Өфө губ. земствоһы, Бөрө ҡала ойошмаһы һәм өйәҙ земствоһы иҫәбенә тәьмин ителә. Гимназияла 1 пед. һәм 7 дөйөм белем биреү кластары эшләй. Программаға гимназияның традицион уҡыу предметтары инә, пед. класында өҫтәлмә пед., психология, уҡытыу методикаһы өйрәнелә. Китапханаһы (3,8 мең китап) була. 1897 й. гимназия эргәһендә бесеү‑тегеүгә һәм ҡул эштәренә өйрәткән 4 йыллыҡ проф. эске кейем тегеүселәр кластары асыла. Гимназияла 22 уҡытыусы эшләй. 1909 й. Б.ҡ.б.г. 339 кеше белем ала. Гимназияның 1‑се начальницаһы Ф.М.Андрусевич 1908 й. Ырымбур уҡыу‑уҡытыу округы попечителе приказы б‑са алтын миҙал м‑н бүләкләнгән. 1918 й. Б.ҡ.б.г. 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе итеп үҙгәртелә (ҡара: Бөрө урта мәктәбе №3).

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика