БӨРӨ ҠАЛАСЫҒЫ, Шайтан ҡаласығы, б.э.т. 8 б. — б.э. 8 б. ҡараған археологик ҡомартҡы. Бөрө ҡ. көньяҡ ситендә Ағиҙел й. бейек уң ярында урынлашҡан. 1762 й. П.И.Рычков тарафынан тасуирлана; 1871 й. Р.Г.Игнатьев, 1898 й. А.А.Спицын ҡарап сыға; 1959 й., 1962 й. Н.А.Мәжитов тарафынан өйрәнелә. 186 м2 асылған. Ҡаласыҡты (оҙонлоғо 250 м, киңлеге 50 м) һаҡлау өсөн өс рәт ур (оҙонлоғо 45—50 м) һәм соҡор (тәрәнлеге 2,2 м тиклем) ҡаҙылған. Уртаһына усаҡ ҡоролған ярым ер өй (5х5 м), бер нисә айырым усаҡ һәм 8 хужалыҡ баҙы табылған. Керамика Ананьин мәҙәниәтенә (түңәрәк төплө, муйынына бау биҙәге баҫылған), Ҡараабыҙ мәҙәниәтенә (түңәрәк төплө, муйыны тирәләй соҡорлап биҙәк һалынған), Бахмут мәҙәниәтенә (ҙур күләмле, түңәрәк төплө, тышы тотош соҡорлап биҙәлгән) һәм Кушнаренко мәҙәниәтенә (йоҡа тышлы, тышына тотош рәт‑рәт ҡыялап ваҡ тешле биҙәк һалынған, муйынына ваҡ ҡыя шаҡмаҡлы биҙәк баҫылған) ҡараған һауыттарҙан ғибәрәт. Б.ҡ. балсыҡ орсоҡбаш, тимер арҡыры балта, һөйәктән яһалған яҫы ҡанатлы уҡ башағы табылған. Б.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һәм Милли музейҙа һаҡлана.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика