БӨРӨ КООПЕРАТИВ ТЕХНИКУМЫ, Башпотребсоюзға ҡарай, 1930 й. сауҙа мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1963 й. алып кооператив уч‑ще, 1998 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә ер‑милек мөнәсәбәттәре, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе, йәмәғәт туҡланыуы продукцияһы технологияһы, коммерция, менеджмент, хоҡуҡ белеме, финанстар һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, музейы, дөйөм ятағы бар. 20 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2011).

Р.Ғ.Ахунова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика