БӨРӨ КОНСЕРВА ЗАВОДЫ, йәшелсә-емеш сеймалын эшкәртеү пр‑тиеһы. 1931 й. Бөрө йәшелсә-емеш з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1935 й. алып Бөрө йәшелсә киптереү з‑ды (составына кондитер, он тартыу, һыра ҡайнатыу, киптереү, емеш бешереү цехтары һәм ярҙамсы хужалыҡ ингән), 2000 й. — “Бөрө консерва заводы” МУП‑ы, 2005 й. ябыла. Составына консерва һәм ярҙамсы цехтар ингән. 1999 й. 70 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика