БӨРӨ КАНТОНЫ, 1922 й. 18 июлендә БАССР составында Бөрө өйәҙенең 43 улусынан ойошторола. Төньяҡта Пермь губернаһы, көнсығышта Екатеринбург губ. һәм Мәсәғүт кантоны, көньяҡта Бәләбәй кантоны һәм Өфө кантоны, көнбайышта Вятка губернаһы һәм ТАССР м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Бөрө ҡалаһы. Майҙаны — 24328 км2 (1922). Халҡы: 1920 й. — 519969 кеше, 1926 й. — 535646 (башҡорттар — 177812, мариҙар — 64985, мишәрҙәр — 41085, татарҙар — 71574, типтәрҙәр — 8579, удмурттар — 21903, урыҫтар — 148536 һ.б.). БашҮБК Президиумының 1923 й. 10 февр. Ҡарары м‑н Б.к. терр‑яһында 17 улус, Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1924 й. 15 дек. декреты м‑н 25 улус, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1926 й. 14 июнендәге декреты м‑н 20 улус (һуңыраҡ Ҡалмыҡ улусы Нуриман, Ҡайынлыҡ улусы Яңы Ҡайынлыҡ тип үҙгәртелә) ойошторола. Башлыса а.х. үҫешкән була. 1927 й. һөрөнтө ер майҙаны (мең га) 539,9 тәшкил итә, ш. иҫ. арыш сәсеүлеге — 245, һоло — 159,6, ҡарабойҙай — 46,6, бойҙай — 19,8, тары — 16,2, картуф — 8,9, етен — 3,6, киндер — 3,2; һыйыр малы һаны — 250419 баш, йылҡы — 139409, һарыҡ — 512813, кәзә — 14763, сусҡа — 35994. 5 урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте заводы, 3 шарап ҡыуыу заводы, 2 күн заводы, спирт-араҡы, кирбес һуғыу һәм быяла заводтары эшләй. 90 баҙар була (1927). 1‑се баҫҡыс 425 мәктәп (1926; шуларҙан башҡ. телендә уҡытыу 136, мари — 58, сыуаш — 1, татар — 101, удмурт — 20, урыҫ телендә — 109 мәктәптә алып барыла); 16 дауахана һәм 18 амбулатория (1930); 75 уҡыу өйө (1928) иҫәпләнә. Кантон 1930 й. 20 авг. бөтөрөлә, уның терр‑яһы Асҡын (өлөшләтә Асҡын, Байҡыбаш, Балыҡсы, Тәтешле улустары), Байҡы (Байҡы, өлөшләтә Балыҡсы), Баҡалы (өлөшләтә Исмаил), Бөрө (өлөшләтә Мәскәү, Пономарёвка, Сурай), Борай (өлөшләтә Борай, Киҙгәнбаш, Красный Холм, Ҡыҙылъяр, Яңы Ҡайынлыҡ, Нуриман), Дүртөйлө (өлөшләтә Исмаил, Мәскәү, Нуриман, Әсән), Ҡалтасы (өлөшләтә Борай, Калегин, Красный Холм, Яңы Ҡайынлыҡ), Мишкә (Мишкә, өлөшләтә Байҡыбаш, Киҙгәнбаш, Сурай), Николо-Берёзовка (Яңы Ҡабан, өлөшләтә Калегин, Яңы Ҡайынлыҡ), Иҫке Балтас (Иҫке Балтас, өлөшләтә Асҡын, Байҡыбаш, Киҙгәнбаш, Тәтешле), Топорнин (өлөшләтә Мәскәү, Пономарёвка), Саҡмағош (өлөшләтә Исмаил, Мәскәү, Әсән), Яңауыл (өлөшләтә Ҡыҙылъяр, Тәтешле, Яңауыл улустары) административ райондары составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Карта Бирского кантона

Яндекс.Метрика