БӨРӨ ИТ КОМБИНАТЫ, 1938 й. шәхси мал һуйыу базаһында (1933 й. нигеҙләнгән) нигеҙ һалына, 1994 й. алып ААЙ, 2003 й. ябыла. Комб‑т составына (1999) ит-май (1980), 2 колбаса (1973, 1991) цехтары һәм һыуытҡыс (1975) ингән. 1999 й. 165 кеше эшләгән. Ит һәм субпродукттар, колбаса ашамлыҡтары, ит ярым фабрикаттары, ҡоро мал аҙығы етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика