БРЮХАНОВ Анатолий Михайлович (3.3.1939, Өфө — 11.10.2008, шунда уҡ), инженер-механик. Техник ф. канд. (1982). РФ‑тың (1997) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. уйлап табыусыһы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу ҒТИ‑ның Урал филиалы КБ‑нда (Өфө) эшләй, 1974 й. алып ӨДАТУ лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге һығылмалы металл эсәктәрҙең һәм сильфон компенсаторҙарҙың элементтарын яһау технологияларын уйлап табыу, уларҙы етештереү өсөн махсуслаштырылған станоктар һәм ҡорамалдар эшләү м‑н бәйле. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 110 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәте пр. лауреаты (1998).

В.Ҡ.Итбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика