БӨРӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1934 й. Бөрө икмәк з‑ды (3 икмәкхананан торған) булараҡ нигеҙ һалына, 1964 й. алып Б.и.к., 1997 й. — ДУП, 1999 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына икмәк-булка (1964 й. нигеҙләнгән), 2 кондитер (1965, 1990) цехтары ингән. 1999 й. 208 кеше эшләгән. Икмәк-булка, кондитер, макарон изделиелары, әүәләү сохарыйы етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика