БӨРӨ ЗАКАЗНИГЫ. 1967 й. һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Бөрө ҡ. төньяҡ-көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 20,6 мең га, терр‑яның 53,3%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы һыубаҫар туғайлы, уйһыу, йырындар м‑н йырғыланған. Муйыл, зелпе, мурт эт муйылы, сәтләүек ағасы һ.б. торған йүкә, ҡайын, уҫаҡ һәм имән урмандары, ш. уҡ ҡарағай культуралары таралған. Терр‑яһында БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һары күбәләк сәскәһе үҫә. Аҡ ҡуян, америка шәшкеһе, аҫ, бурһыҡ, йылға ҡондоҙо, ҡабан, ҡоралай, мышы, урман эте, һары шәшке, һеләүһен, һуҡыр сысҡан, һыуһар, ябай төлкө, алатуба, ала күгәрсен, ҡашҡабаш, урман күгәрсене, һуйыр, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән европа шәшкеһе, ҡама, бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, ҡарағанат, үлән тәлмәрйене һ.б. осрай.

Ф.Ф.Абдуллин, Л.А.Едрёнкина

Тәрж. З.Б.Латыпова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика