БӨРӨ БИЛӘНЕ, Волга-Кама антеклизаһы үҙәгендәге беренсе дәрәжәле тоташтырыусы тектоник структура. Л.Н.Розанов тарафынан айырып күрһәтелә (1952). Г.П.Ованесов (1962), Р.О.Хачатрян (1979), Е.В.Лозин (1994) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Палеозой алды һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайышта Үрге Кама уйпатлығы, көньяҡ-көнсығышта Благовещен уйпатлығы, көнбайышта Көньяҡ Татар көмбәҙе, көнсығышта Башҡорт көмбәҙе м‑н сиктәш (ҡара: Тектоника). Формаһы асимметриялы. Оҙонлоғо 175 км, киңлеге яҡынса 85 км. Девон ҡатламдарында төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, төньяҡ-көнсығыш һәм көньяғы — текә. Көнбайыш өлөшөндә төрлө йүнәлештәге киң ҡалҡыулыҡтар үҫешкән. Б.б. аша субмеридиональ йүнәлештә конседиментацион грабенға оҡшаш Серафимовка-Саҡмағош бөгөлө күҙәтелә, субкиңлектә — Аҡтаныш-Шишмә бөгөлө. Аҫҡы пермь ултырмаларында Маншыр, Таймырҙа, Арлан структуралары м‑н ҡатмарланған Иванай, Андреевка, Маншыр, Саҡмағош һ.б. төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле субпараллель урҙар (оҙонлоҡтары яҡынса 175 км, киңлектәре 5—10 км) айырылып тора. Иртә рифейҙа барлыҡҡа килә, вендта Бөрө суҡағы булып формалаша, аҫҡы пермдә — хәҙ. структурала. Б.б. Старореченск-Маншыр, Сауыҙбаш‑Мәнәүез һәм Арлан-Дүртөйлө нефть йыйыла торған зоналар хасил була. 20 нефть ятҡылығы асыла, ш. иҫ. Арлан нефть ятҡылығы, Маншыр нефть ятҡылығы.

Әҙәб.: Ованесов Г.П. Формирование залежей нефти и газа в Башкирии, их классификация и методы поисков. М., 1962; Хачатрян Р.О. Тектоническое развитие и нефтегазоносность Волжско-Камской антеклизы. М., 1979.

Е.В.Лозин, Р.Х.Мәсәғүтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика