БӨРӨ БАШҠА МИЛЛӘТТӘР ӨСӨН УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ. 1882 й. урыҫ булмаған халыҡтар араһынан уҡытыусылар әҙерләү һәм улар араһында христианлыҡты таратыу маҡсатында нигеҙ һалына. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. 2 класлы башланғыс уч‑ще тамамлаған, 15 йәше тулған үҫмер егеттәр — башҡорттар, мариҙар, сыуаштар, татарҙар, удмурттар, 1888 й. алып урыҫтар ҙа ҡабул ителә. Уҡыу 3 йыллыҡ, түләүле була (ярлылар ҡаҙна, земство аҡсаһына тотола); уҡытыусылар семинариялары программаһы б‑са урыҫ телендә алып барыла, 1890 й. башлап мари теле өйрәнелә. Дөйөм ятағы, оҫтаханалары, ярҙамсы хужалығы (ашлыҡ һуғыу һарайы, аҙбарҙары, ат һарайҙары һ.б.) була. 1899 й. алып мәктәп эргәһендә Святителдәр Гурий, Варсонофий һәм Герман сиркәүе эшләй. Мәктәп эргәһендә практика үткәреү өсөн башланғыс уч‑ще асыла. 1895 й. 23 мари, 9 урыҫ, 5 сыуаш, 4-әр удмурт һәм татар, 1-әр башҡорт һәм коми-пермяк уҡый. 300-ҙән ашыу башланғыс уч‑ще уҡытыусыһы әҙерләнә. 1920 й. мари пед. курстары итеп үҙгәртелә һәм Бөрө өйәҙе Николо-Берёзовка а. (хәҙ. Краснокама р‑ны; ҡара: Николо-Берёзовка мари педагогия училищеһы) күсерелә. Инспекторҙары: Н.П.Вишневецкий, М.Д.Попов һ.б.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика