АБҘАҠ ТӨҘӨЛӨШ ТАШТАРЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Әбйәлил һәм Белорет р‑ндары сигендә Көркәк һыртында, Белорет ҡ. көньяҡ-көнсығышҡа 25 км һәм Яңы Абҙаҡ т. юл ст. төньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1976 й. асыла. Урта девондың Ирәндек свитаһы тоҡомдарына тура килә. Эшкә яраҡлы ҡатлам андезит‑базальт составлы эре киҫәкле туфтарҙан һәм пироксен‑плагиоклаз порфириттарынан тора. Ҡалынлығы яҡынса 94 м. Химик составы: кремний (47—55%), алюмин (15—19%), тимер (2—11,8%), титан (0,4—0,5%) һ.б. окистары. Тығыҙлығы — 2,85 г/ см3, күҙәнәклелеге — 0,94%. А.т.т.я. үтә ҡаты ҡырсынташы юл төҙөлөшөндә һәм АЭС төҙөгәндә ауыр бетонға ҡатышма булараҡ ҡулланыла. “Башкиравтодор” ДУП-ы эшкәртә.

Ғ.Ш.Жданов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018