БӨРӨ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ. 1965 й. нигеҙ һалына, 1968 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1997 й. алып ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына ҡабул итеү-аппарат, айыртылмаған һөт продукцияһы, һөт киптереү (бөтәһе лә 1968 й. нигеҙләнгән), аҡ май (1976), туңдырма (1969), ярҙамсы цехтар ингән; Бөрө р‑ны Иҫке Баҙан а. филиалы (сепаратор бүлеге) булған. 2005 й. 157 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған; ҡоро һөт БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендәге аҙыҡ-түлек сәнәғәте пр‑тиеларына ебәрелгән. 70—80‑се йй. продукцияһы Вьетнам, Дания, Швеция, Югославия, Кубаға һ.б. илдәргә сығарылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика