БӨРӨ, БР‑ҙағы ҡала, Бөрө р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән төньяҡ‑көнбайышҡа 98 км һәм Благовещен т. юл ст. төньяҡ-көнбайышҡа табан 50 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 70 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 11,6; 1939 — 18,4; 1959 — 24,8; 1989 — 34,7; 2002 — 40,0; 2010 — 41,6. Милли составы (2002): урыҫтар — 57,0%, татарҙар — 19,2%, башҡорттар — 10,9%, мариҙар — 10,7%. Ҡала составында: Никольский ҡасабаһы, Пономарёвка ауылы.

Б. “Прогресс” электромеханика з‑ды, “Спектр” ЯСЙ, Бөрө тегеү фабрикаһы, йүкә ағасынан, ҡайын ороһонан сувенирҙар яһау пр‑тиелары (“Юнона” ЯСЙ), Бөрө айыртылған ҡоро һөт комбинаты, Бөрө спирт-араҡы комбинаты, “Бөрө” элеваторы, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Б. аша Өфө—Бөрө—Яңауыл, Бөрө—Таҙтүбә—Һатҡы (Силәбе өлк.), Бөрө—Дүртөйлө автомобиль юлдары үтә. Б. — Ағиҙел й. йылға порты.

Бөрө социаль-педагогия академияһы, Бөрө кооператив техникумы, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы, һөнәрселек лицейы, 8 дөйөм белем биреү мәктәбе (ш. иҫ. Бөрө урта мәктәбе №3), лицей, мәктәп-интернат, балалар йорто, 12 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, белем биреү үҙәге, балалар сәнғәт мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, 2 ДЮСШ, “Вояж” экология һәм туризм үҙәге; үҙәк район дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы диспансер; мәҙәниәт йорто, 5 китапхана, тарих музейы, Изге Троица соборы, Михаил Архангел сиркәүе, мәсет бар. 1995 й. алып төбәкара “Керәшен һыуыҡтары” (“Крещенские морозы”) эстрада музыкаһы һәм бейеүе конкурс-фестивале үткәрелә. “Победа” гәз. сыға.

1663 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1667 й.) башҡорт ихтилалы (1662— 64) ваҡытында ҡыйратылған Ҡазан даруғаһының Архангел батша һарайы ауылы урынында ҡәлғә (Бөрө ҡаласығы) булараҡ нигеҙ һалына. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) йылдарында яндырыла, һуңыраҡ тергеҙелә. 1781 й. алып өйәҙ ҡалаһы, Бөрө өйәҙенең адм. үҙәге. 1795 й. 283 йортта 2058 кеше йәшәгән, 1865 й. — 3788 кеше. 3 сиркәү, Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе, өйәҙ һәм 2 мәхәллә ир балалар уч‑щеһы, ҡыҙ балалар прогимназияһы (ҡара: Бөрө ҡыҙ балалар гимназияһы), дауахана, китапхана, 68 сауҙа кибете булған. Йәрминкәләр үткәрелгән. 19 б. аҙ. халыҡ таҡта ярыу, күн, шарап ҡыуыу заводтарында, тирмәндәрҙә эшләгән, сауҙа, һөнәрселек кәсебе, игенселек, малсылыҡ һәм һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. 1922 й. башлап Бөрө кантоны үҙәге. 1939 й. Б. ҡалаһы эсенә Ҡалмаҙы а. инә. Б. 30‑ға яҡын мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан: Изге Троица соборы (1835—41 йй. төҙөлгән), өйәҙ акушеркаһы Ватлашева йорто (1840), Михаил Архангел сиркәүе (1845), сауҙагәр Горохов йорто (1855), сауҙагәр Мотыгиндың сауҙа йорто (1870), реаль уч‑ще бинаһы (1890), ҡала идаралығы бинаһы (1909—12), мәсет (1910), дәүләт араҡы заводы ансамбле (1903) һ.б. Б. “РСФСР-ҙың тарихи торама урындары исемлеге”нә индерелгән (1990). Ҡала эргәһендә Бөрө ҡәберлеге һәм Бөрө ҡаласығы бар.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латыпова

Текст на русском языке

Карта г.Бирск

Яндекс.Метрика