БӨРӨ, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Мишкә р‑ны Яңы Троицкий а. төньяҡ-көнбайышта ятҡан Бөхмән күленән башлана. Мишкә р‑ны буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, Бөрө р‑ны буйлап көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 262 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 128 км, басс. майҙаны 2200 км2, дөйөм түбәнәйеүе 126 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Бөрө р‑ны Бәләкәй Соҡаяҙ а. эргәһендә йыллыҡ аҡманың 47,3%‑ы яҙғы (апр.—май), 28,0%‑ы йәйге-көҙгө (июнь—окт.) һәм 24,7%‑ы (Уралда иң юғары күрһәткестәрҙең береһе) ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 12,5 м3/ с, тамағында — 19,8. Басс. рельефы убалы тигеҙлек, йылғалар һәм һыҙалар м‑н бүлгеләнгән. Пермдең өфө һәм көңгөр ярустары алевролиты, ҡомташы, конгломераты, гипсы, ангидритынан тора. Карбонатлы асыҡ (үрге ағымында) һәм сульфатлы ябыҡ карст үҫешкән. Ландшафы һоро урман тупрағындағы һәм кәҫле көлһыу тупраҡтағы киң япраҡлы урмандарҙан тора. Басс. яҡынса 29%‑ын урман ҡаплаған, 47%‑ы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Казяш, Энәк, Сөгәҙе, Шаҙы, Ҡыңғыр һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика