БӨРМӘКӘЙ (Galium), марена һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 400‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған.

Башҡортостанда 19 төрө үҫә: аҡ Б., ҡабарынҡы емешле Б., кейеҙ Б., һигеҙ япраҡлы Б. һ.б. Күп һәм бер йыллыҡ үлән. Һабағы тармаҡлы, төҙ, түшәлмә йәки күтәрелеүсе, бейеклеге 30—100 cм. Япрағы киң эллиптик форманан алып ҡыяҡҡа тиклем, быуын тирәләй 4—10‑арлап урынлаша. Сәскәһе ваҡ, өс, дүрт ағзалы, аҡ, асыҡ һары, һарғылт йәшел, ике, һирәгерәк бер енесле; тажы тәгәрмәс йәки ҡыңғырау формаһында, ҡыҫҡа көпшәле һәм 4 (һирәгерәк 3) ҡалаҡсалы, ҡайһы ваҡыт буранка формаһында; һеркәсе 4 (ҡайһы ваҡыт 3). Сәскәлеге — һабағының һәм ботағының өҫкө өлөшөндә йәки япраҡ ҡуйынында урынлашҡан һепертке йәки ярым сатыр, ҡайһы ваҡыт яңғыҙ сәскәгә тиклем үҙгәргән. Май—сент. сәскә ата. Емеше бүлгеләнгән, берәр орлоҡло 2 өлөштән тора, июль—сент. өлгөрә. Урманда, далала, болонда, һаҙлыҡта һ.б. үҫә. Б. күбеһе респ. бөтә терр‑яһында тиерлек таралған, хуш еҫле Б., йомшаҡ Б. — Башҡортостандың Урал алдында, Башҡорт (Көньяҡ) Уралында, ялған марена Б. — Өфө яйлаһында, Башҡорт ҡурсаулығында, өс бүлкәтле Б. — Мишкә, Ишембай р‑ндарында, ялған Б. — Дүртөйлө, Шишмә һ.б. р‑ндарҙа. Баллы, декоратив, мал аҙығы үҫемлеге, йәбешкәк Б. — иген сәсеүлектәрендә үҫеүсе ҡый үләне. Составында сапониндар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Н.В.Маслова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика