БӨРКӨТ (Aquila chrysaetos), ҡарағоштар затына ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 84—90 см, ҡанатының ҡоласы 2 м тиклем. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ (елкәһендә ҡауырһындары оҙонса, осло), ҡараһыу көрән, ә башы һәм муйыны ерән‑алтынһыу төҫтә. Аяғы ҡыҫҡа, осло кәкре тырнаҡлы, көслө. Енси диморфизм хас: инә Б. ҙурыраҡ. Моногам. Ояһын (диам. 1,5—2 м, бейеклеге 2 м тиклем) йыуан ботаҡтан ағаста (15—20 м бейеклектә) йәки ваҡ ботаҡтан һәм ҡоро үләндән ҡая башында ҡора. Һәр бер парҙың төрлө йылда сиратлап урынлашҡан бер нисә ояһы була. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 1—3 көрән һәм һорғолт таплы тоноҡ аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 43—45 көн баҫа, ата Б. ояға һирәк ултыра. Көндөҙгө йыртҡыс ҡош, ҙур ҡоштар, имеҙеүселәр (байбаҡтар, йомрандар, ҡуяндар, һыуһарҙар, төлкөләр, тояҡлы йәш хайуандар) м‑н туҡлана. Ҡаялы тауҙарҙа һәм ҡалҡыу урындарҙа осрай. БР‑ҙа Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм урман‑дала зонаһында таралған. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика