БӨРЙӘНЙЫЛҒА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишбирҙе а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 74 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Бөрйәнйылға й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 130 кеше; 1920 — 237; 1939 — 120; 1959 — 122; 1989 — 107; 2002 — 114; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ишбирҙе урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Орск өйәҙендә нигеҙ һалына, 1891 й. (12 йортта 76 кеше йәшәгән) алып билдәле. Башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ауыл 18 б. башында булған.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика