БРЮГЕМАН Альберт Фридрихович (12.9.1925, Волга буйы Немец АССР‑ының Палласовка станцияһы ҡсб — 12.7.2010, Германия), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1977), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978), БАССР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1952) Ишембай (ҡулайламалар нач.), Черниковка, Яңы Өфө (дир. урынбаҫары) НПЗ‑дарында, “Башнефтехимзаводы” ПБ‑нда (ген. дир. урынбаҫары) эшләй. 1973—2002 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта: 1973 й. алып нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте иҡт., ойоштороу һәм планлаштырыу каф. мөдире, 1978—86 йй. инженерлыҡ-иҡт. ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге нефть эшкәртеү производствоһының һөҙөмтәлелеген күтәреү проблемаларын өйрәнеү м‑н бәйле. “Башнефтехимзаводы” ПБ (ҡара: Башҡортостан нефтехимия компанияһы) пр‑тиеларында Щёкин химкомб‑ты тәж. нигеҙендә үткәрелгән Башҡ‑н иҡт. экспериментын ойоштороусыларҙың береһе. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Башкирский экономический эксперимент. М., 1971 (авторҙ.).

С.М.Шакирова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика