“БӨРЙӘН ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”,Ялан Бөрйән ырыуы шәжәрәһе”, башҡ. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Төрки телендә яҙылған. 17 б. аҙ. — 19 б. б. башы ваҡиғалары сағылдырыла. Шәжәрә бер ғаиләнең 3 быуыны вәкиле (Ғабдулла Ғәббәс улы, уның улы Зәйнәғәбдин һәм ейәне Исҡужа) тарафынан алып барыла. Уларҙың һәр береһе унда үҙе һәм ғаилә ағзалары хаҡында биографик мәғлүмәтте, тормош күҙәтеүҙәрен һ.б. теркәп бара. Әҫәрҙә 18 б. Урал аръяғын төйәк иткән башҡ. ырыуҙарының бер-береһе м‑н мөнәсәбәте бәйән ителә, бөрйән ҡәбиләһе ялан бөрйән ырыуының Ирәндек итәгенән Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөнә күсеп китеү сәбәптәре атала, Юлдаш а. (БРҙың Фёдоровка р‑ны) нигеҙ һалыу тарихы һүрәтләнгән. Беренсе заттан һөйләү “Б.ы.ш.” мәктүб жанрына яҡынайта.

Шәжәрәне 1975 й. Юлдаш а. Ғ.Б.Хөсәйенов Х.Зәйнәғәбдинов ҡулъяҙмаһынан күсереп ала; исемлек ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана. Әҫәр “Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар системаһы” (1980) йыйынтығында баҫыла. Бөрйән ҡәбиләһенең башҡа шәжәрәләре лә билдәле.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика