БРУЦЕЛЛЁЗ, кешелә һәм хайуандарҙа Brucella заты бактериялары барлыҡҡа килтергән инфекцион ауырыу. Б. тыуҙырыусыларҙың 6 төрө билдәле, айырыуса өйрәнелгәндәре: Br. abortus bovis (һыйыр малы ауырыуын тыуҙыра), Br. canis (эт), Br. suis (сусҡа), Br. melitensis (һарыҡ һәм кәзә). Кешелә бөтә төр бактериялар ҙа ауырыу тыуҙыра, һуңғыһы айырыуса хәүефле.

Кеше Б. Инфекциялы һөт һәм ит аҙыҡтарын ҡулланғанда, ит түшкәһен, йөн, тире эшкәрткәндә, ауырыу хайуандарҙы тәрбиәләгәндә йоғоуы мөмкин; инфекцияның һауа‑тамсы юлым‑н таралыуы ихтимал. Бактерия лимфа ағымы м‑н лимфатик биҙҙәргә эләгә, уларҙың шешеүенә һәм тамырҙарҙың үҙгәреүенә, һөйәк‑быуын аппараты, нервы, һирәгерәк бәүел‑енес системаһы зарарланыуына килтерә (ирҙәрҙә — орхит, ҡатын‑ҡыҙҙа сальпингит барлыҡҡа килә). Инкубация осоро 1—5 аҙна дауам итә. Ауырыуҙың төп билдәләре: тән т‑раһы күтәрелеү, өшөп ҡалтыраныу, тирләү, быуындар һәм мускулдар ауыртыу. Диагностика өсөн лаб. тикшереү (ҡан агглютинацияһы реакцияһы, Бюрненың бруцеллинлы тире‑аллергик пробаһы һ.б.) мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау антибактериаль, десенсибилизациялаусы, дезинтоксикациялаусы һ.б. саралар ҡулланып үткәрелә. Өҙлөгөүҙәргә (артрит, нефрит, остеомиелит) һәм инвалидлыҡҡа килтереүе мөмкин. Ауырыуҙы иҫкәртеү: һөт һәм ит аҙыҡтарын (бигерәк тә Б. б‑са хәүефле хужалыҡтарҙа) термик ысул м‑н ентекләп эшкәртеү; прививкалау, ш. уҡ ит һәм һөт сәнәғәте эшселәре тарафынан һаҡланыу сараларын (күҙлек, респиратор, махсус кейем һ.б.) ҡулланыу. Башҡортостанда 1950—56 йй. кешенең 1647 Б. м‑н ауырыу осрағы теркәлгән. Респ. малға киң масштаблы вакцинация үткәреү халыҡ араһында ауырыусылар һанының ярайһы уҡ кәмеүенә килтерә, 60‑сы йй. уртаһынан айырым осраҡтар теркәлә. 50—60‑сы йй. Медицина университетында Б. ваҡытында кеше туҡымаларындағы һәм ағзаларындағы патоморфол. үҙгәрештәрҙе өйрәнеү (В.А.Жухин), Б. иҫкәртеү һәм дауалау (С.Ә.Мусина, Р.Ф.Мөхәмәтрәхимова, Г.А.Пандиков, Б.В.Сөләймәнов) б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Мал Б. Мал ҡасҡанда йәки зарарланған сперма м‑н яһалма ҡасырыу ваҡытында, ш. уҡ инфекциялы мал аҙығы ашатыу һөҙөмтәһендә зарарлана. Инкубация осоро 2—3 аҙна һәмунан да оҙағыраҡ дауам итә, ауырыу күпселек осраҡта симптомһыҙ үтә. Ауырыуҙың төп сағылышы — сыуындың тотҡарланыуы, эндометритлы аборт (һыйырҙа — 5—8‑се, һарыҡ һәм кәзәләрҙә 3—5‑се ай быуаҙлыҡта, сусҡала быуаҙлыҡтың 1‑се йәки 2‑се ярт.). Б. ваҡытында артрит һәм бурсит, ата малда орхит һәм эпидидимиттар үҫешеүе ихтимал. Диагностика эпизоотологик, клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау үткәрелмәй, ауырыу мал салыуға тапшырыла. Ауырыуҙы иҫкәртеү: вакцинация, фермаларҙы һау мал м‑н тулыландырыу, яңы килтерелгән мал өсөн — 30 көнлөк карантин һәм уларҙы Б. тикшереү. Ауырыу табылған осраҡта хужалыҡ Б. б‑са хәүефле тип иғлан ителә. Респ. мал Б. 20 б.30‑сы йй. теркәлгән, 50‑се йй. башына һыйыр малы Б. — бөтә райондарҙа, ә һарыҡ һәм кәзәләрҙеке 13 районда таралған. Ауырыуҙы иҫкәртеү б‑са комплекслы саралар үткәреү һарыҡ һәм кәзәләрҙең 70‑се йй., һыйыр малының 80‑се йй. башына һауығыуына булышлыҡ итә. РФ‑тың башҡа төбәктәренән тоҡомло мал индереү һөҙөмтәһендә һыйыр малының ауырыуы һуңғы тапҡыр 2007 й. Фёдоровка р‑нында теркәлгән. Б. иҫкәртеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 50—90‑сы йй. Ветеринария лабораторияһында (А.С.Аҡсурин, С.А.Атемасов, И.Ф.Коновалов, Ф.Ғ.Мөфтиев, А.С.Саттаров) үткәрелә. Респ. тәүге тапҡыр һыйыр малы, һарыҡ һәм кәзә Б. иҫкәртеүҙә 19‑сы һәм 82‑се, Рев‑I штамдары вакциналарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге өйрәнелә (Мөфтиев).

О.И.Ҡотоев, Ф.Ғөфтиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика