БӨРЙӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1928 й. Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. нигеҙ һалына, 1986 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1995 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына ағас әҙерләү участкаһы (1928 й. нигеҙләнгән), таҡта ярыу, ағас әйберҙәр эшләү (икеһе лә — 1996), мебель (1997) цехтары ингән. 1999 й. 233 кеше эшләгән. Төҙөлөшкә яраҡлы ағас, ағас-таҡта, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары (тәҙрә, ишек, мебель һ.б.) етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика