БРУСЯНИН Василий Васильевич (1.9.1867, Бөгөлмә ҡ. — 30.7.1919, Орёл губ., Өфөлә ерләнгән), яҙыусы. 1878 й. алып Өфө өйәҙ, һуңынан ерүлсәү уч‑щеларында уҡый. 90‑сы йй.2‑се ярт. С.‑Петербург ҡ. күсә: 1897 й. башлап “Новое слово” (“Яңы һүҙ”) ж. хеҙм‑ре, һуңыраҡ “Звезда” (“Йондоҙ”) ж. бүлек мөдире, 1903—05 йй. “Русская газета” (“Урыҫ гәзите”), 1905 й. “Московская газета” (“Мәскәү гәзите”) гәз. мөхәррире. 1908—13 йй. Финляндияла эмиграцияла була. 1917 й. алып Петроградта эшләй. 1887 й. башлап “Уфимские губернские ведомости” гәз. әҫәрҙәрен баҫтыра. “Башҡорт ауылында яңыйыл көнө” (“Новогодний день в башкирской деревне”; 1893) исемле тәүге әһәмиәтле хикәйәһе Петербургтың “Русская жизнь” (“Урыҫ тормошо”) гәз. сыға. “Урманлы Башҡортостанда” (“В лесной Башкирии”; 1902), “Ике ҡояш” (“Два солнца”; 1917) хикәйәләрендә, “Тынғыһыҙ урын” (“Беспокойное место”), “Үткәндәр ауыр”(“Былое-тяжёлое”; икеһе лә — 1912) очерктарында, “Аҡ бүре” (“Белый волк”; 1912) һәм “Мәңгелек ҡәбер”(“Вечная могила”; 1915) легендаларында, “Хеҙмәт өсөн көрәштә” (“В борьбе за труд”; 1918) повесында рев‑цияға тиклемге Башҡортостан тормошо, башҡорттарҙың йолалары һәм көнкүреше һүрәтләнә.

Әҫәрҙ.: Молодёжь: роман, СПб., 1911; Трагедия Михайловского замка: роман‑дилогия. СПб., 1914; Тёмный лик: роман. Пг., 1916.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.3. Уфа, 1993.

М.Ғәхимҡолов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика