БӨРЙӘН‑ТҮҢГӘҮЕР КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. Кантон Орск өйәҙенең 12 улусынан төҙөлә. Төньяҡта Тамъян‑Ҡатай кантоны, көнсығышта Ырымбур губернаһы, көньяҡта Үҫәргән кантоны, көнбайышта Ҡыпсаҡ кантоны һәм Юрматы кантоны м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Темәс ауылы. Майҙаны — 15906 км2. Халҡы 1920 й. — 103418 кеше. Һабын ҡайнатыу һәм күн заводтары, Түбә бегун ф‑каһы эшләй. 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс 110 мәктәп, 4 дауахана (1922), 6 китапхана (1921) була. 1922 й. 5 окт. бөтөрөлә, уның терр‑яһы (БайназарҠыпсаҡ, 1‑се Бөрйән, 2‑се Бөрйән, 3‑сө Бөрйән, 5‑се Бөрйән, Бөрйән‑Таналыҡ, Воскресенка, Ҡананикольский, Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ, Преображенка, Свобода, 1‑се Түңгәүер һәм 2‑се Түңгәүер, Яңы Никольск улустары) Йылайыр кантоны составына инә. Кантон БөрйәнТүңгәүер ихтилалы үҙәге була.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Карта: БӨРЙӘН‑ТҮҢГӘҮЕР КАНТОНЫ

 

Яндекс.Метрика