БРОНХИТ (гр. bronchos — боғарлаҡ, трахея), бронхыларҙың шешеүе. Кешелә Б. үҙ аллы һәм юлдаш сирбулараҡ осрай. Б. киҫкен һәм хроник, катараль һәм обструктив төрҙәргә айырыла. Б. үҫешенә вируслы һәм бактериаль инфекциялар, химик матдәләр йоғонтоһо, танау аша тын алыуҙың боҙолоуы, өшөү, тәмәке тартыу һ.б. булышлыҡ итә. Төп симптомдары: ҡоройүтәл, тын алыу ауырлашыу, ауыр осраҡтарҙа — ҡаҡырыҡ бүленеү, тынҡыҫылыу, тән т‑раһының 38—40°С тиклем күтәрелеүе. Диагностика рентгенологик, эндоскопик, бактериологик, биохимик һ.б. алымдар ҡулланып үткәрелә. Дауалау: медикаментоз (антибактериаль, бронхолитик, ҡаҡыртҡыс дарыуҙар), физиотерапевтик (диатермия, ингаляциялар һ.б.), тын алыу гимнастикаһы, климат м‑н дауалау (шифахана-курорт учреждениеларында) һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: ҡан төкөрөү, плеврит, пневмония, хроник обструктив Б. булғанда — үпкә эмфиземаһы, тын алыу етешмәүсәнлеге. Иҫкәртеү: организмды сыныҡтырыу, тәмәкенән баш тартыу һ.б.

Башҡортостанда 100 мең кешегә 2007 й. — 2928,8; 2008 й. —2963,8; 2009 й. — 2805,9 Б. м‑н ауырыусы теркәлгән. Б. диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында үткәрелә (Ш.З.Заһиҙуллин, Р.Х.Зөлҡәрнәев, У.Р.Фәрхетдинов, Б.Х.Әхмәтова); “Янғантау” (Р.Ш.Аҡбашев, Р.Р.Бәҙретдинов, В.Л.Нәзифуллин) һәм “Йоматау” (Л.Т.Ғилметдинова, З.Ш.Заһиҙуллин, Р.В.Әхмәҙуллин) шифаханаларында Б. дауалауҙың һөҙөмтәлелеге тикшерелгән.

Ш.З.Заһиҙуллин, К.Р.Хәмзин

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика