БӨРЙӘН-ТҮҢГӘҮЕР ИХТИЛАЛЫ, 1920 й. Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Тамъян-Ҡатай кантоны һәм Үҫәргән кантоны халҡының большевиктарға ҡаршы ҡораллы күтәрелеше. Хәрби коммунизм сәйәсәте һәм 1‑се составтағы Башҡортостан хәрби-революцион комитетының отставкаға китеүенә ризаһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә тыуа. 2‑се составтағы Башҡ‑н ХРК бойороғо б‑са Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның, РСФСР ХКС‑ының, РКП(б) ҮК‑ның милли сәйәсәте, АСБР‑ҙа властың юғары органдарынан башҡорттарҙы сығарыуға ризаһыҙлыҡ белдергән Бөрйән-Түңгәүер кантоны Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарының 1‑се съезы (1920 й. 25— 28 июне Темәс а.) ҡатнашыусыларының бер өлөшөн ҡулға алыу баш күтәреүгә сәбәп була. Ихтилалға С.Ш.Мырҙабулатов, Ф.Б.Мәғәсүмов һәм Х.Х.Унасов етәкселек итә. Ҡатнашыусыларҙың төп өлөшөн башҡорттар тәшкил итә. Июль—авг. Мырҙабулатов, Мәғәсүмов, Унасов, ш. уҡ Ғ.Айытбаев, З.Ғәлин, Ә.Г.Ишмырҙин, М.Мостафин, М.Рәсүлев, М.Сәғитов, Ф.Юламанов һ.б. ҡораллы төркөмдәр ойоштора, улар сент. Башҡ. ҡыҙыл армияһына берләшә (командующийы Мәғәсүмов, штаб нач. Б.Ланин, Реввоенсовет рәйесе Мырҙабулатов; 1‑се див. нач. Унасов, 2‑се див. — Юламанов). Баш күтәреүселәр Башҡ. респ. РКП(б) ағзаларын властан ситләтеүҙе, 1‑се составтағы Башҡ‑н ХРК‑ның элекке ағзаларын хөкүмәткә кире ҡайтарыуҙы, уның Бөтә Рәсәй ҮБК‑нан һәм РСФСР ХКС‑ынан бойондороҡһоҙ булыуын, хәрби коммунизм сәйәсәтен бөтөрөүҙе талап итә. Улар совет учреждениеларына, аҙыҡ‑түлек отрядтарына һәм иген һаҡлау пункттарына һөжүм итә. 1920 й. 1 авг. Темәскә ғәскәр м‑н килгән Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты, РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты һәм Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы вәкиле В.Е.Поленов һәм Дезертирлыҡ м‑н көрәш комиссияһы рәйесе М.Руденко урындағы власть органдарының эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтата, контрреволюцияға ҡаршы көрәш б‑са хәрби совет төҙөй һәм БөрйәнТүңгәүер кантонында хәрби хәл индерә. Башҡорттарҙы күпләп ҡулға алыу һәм язалау башлана, баш күтәреүселәргә теләктәшлек белдергән кешеләрҙән аманат алына, был ихтилалдың көсһөҙләнеүенә килтерә. ТамъянҠатай һәм Үҫәргән кантондарына баш күтәреүселәр м‑н һөйләшеүҙәр өсөн М.Л.Мортазин ебәрелә. Сент.—окт. Тамъян-Ҡатай кантонының Айыуһаҙ, Күсем, Ҡотой, Мораҡай һәм Юламан торама пункттары янында Башҡ‑н ғәҙәттән тыш комиссияһы, Рәсәй респ. эске һаҡ ғәскәрҙәре һәм РККА подразделениелары м‑н һуғыштарҙа баш күтәреүселәр еңелә. 26 нояб. Темәстә АСБР ҮБК һәм П.Н.Мостовенко етәкс. РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты вәкилдәре һәм башында Мырҙабулатов торған баш күтәреүселәр етәкселәренең бер өлөшө килешеү төҙөй, уға ярашлы Башҡ. ҡыҙыл армияһы Реввоенсоветы бөтөрөлә, ирекле рәүештә ҡорал һалған баш күтәреүселәргә амнистия гарантиялана, башҡорттарға ҡарата көс ҡулланыуҙа ғәйепле Поленов, Руденко һ.б. суд ҡарауына бирелергә тейеш була. 1921 й. ҡарай ихтилалда ҡатнашыусыларҙың күбеһе ҡорал һала. 1921 й. яҙында баш күтәреүселәрҙең бер өлөшө Ғ.Я.Амантаев һәм Мәғәсүмов етәкс. Охранюк-Черский хәрәкәтенә [ҡара: Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—21)] ҡушыла.

М.С.Ғарипов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика