БРОНХИАЛЬ АСТМА, тын алыу юлдарының хроник шешеү ауырыуы. Еңел, уртаса һәм ауыр дәрәжәләге; экзоген һәм эндоген Б.а. һ.б. айыралар. Б.а. барлыҡҡа килеүенә генетик бирешеүсәнлек, көнкүреш (туҙан, йорт хайуандары ҡауырһыны һәм йөнө, үҫемлектәр һеркәһе һ.б.) һәм производство (химик матдәләр, төтөн һ.б.) аллергендары, ҡайһы бер дарыу препараттары, инфекциялар һ.б. булышлыҡ итә. Төп симптомдары: йүткереү, тын ҡыҫылыу, быуылыу өйәнәктәре. Диагностика өсөн лаб., рентгенологик, функциональ (спирометрия һ.б.) һәм эндоскопик алымдар ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (дарыу препараттары м‑н өйәнәктәрҙе туҡтатыу һәм иҫкәртеү), физиотерапевтик (оксигенотерапия, бальнеотерапия, тоҙ шахталары һ.б.). Ремиссия стадияһында шифахана-курорт учреждениеларында дауаланыу тәҡдим ителә. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: астма статусы, пневмоторакс, үпкә эмфиземаһы, тын алыу етешмәүсәнлеге һ.б. Иҫкәртеү: климат, һөнәр алмаштырыу һ.б. Башҡортостанда 2005 й. 100 мең кешегә Б.а. м‑н дөйөм ауырыусанлыҡ 740,7 тәшкил итә, тәүләп асыҡланған — 41,9; шуға ярашлы 2007 й. — 778,9 һәм 104,6; 2009 й. — 823,3 һәм 70,7. Б.а. иҫкәртеү һәм дауалау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла (Х.Х.Ганцева, Ш.З.Заһиҙуллин, Р.Х.Зөлҡәрнәев, Р.М.Фәйзуллина, Б.Х.Әхмәтова); экзоген факторҙарҙың Б.а. көсәйеүенә тәьҫире Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институтында өйрәнелә (М.С.Абдулова, Ә.Б.Бәкеров, Р.З.Тимашева). 1997 й. алып Октябрьский, Өфө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында Б.а. м‑н ауырыусылар өсөн белем биреү системаһы эшләй.

Әҙәб.: Ахметов Р.Т., Ахметова Б.Х., Ахметова А.Р. Бронхиальная астма (клиника, диагностика и лечение). Уфа, 2002.

Ш.З.Заһиҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика