БӨКЛӘНДЕ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Сурай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 36 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 388 кеше; 1920 — 639; 1939 — 483; 1959 — 543; 1989 — 421; 2002 — 362; 2010 — 307 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сурай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1686 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1865 й. 50 йортта 283 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика