БӨЙӨК ВЕНГРИЯ (Magna Hungaria), венгрҙарҙың яҙма һәм фольклор сығанаҡтарҙан билдәле булған легендар тарихи тыуған иле. “Б.В.” термины тәүге тапҡыр Плано Карпиниҙың юл отчётында телгә алына, ул Юлиан, һуңынан В.Рубрук кеүек үк, Б.В. Башҡортостан тип иҫәпләй. Сығанаҡтарҙа аныҡ мәғлүмәттәрҙең булмауы венгр ҡәбиләләренең (ҡара: Боронғо венгрҙар) урынлашыуы һәм Б.В. ысынбарлыҡта булыу‑булмауы т‑да күп һанлы фараздар тыуҙыра. Бер нисә быуын ватан һәм венгр ғалимдары ҡатнашлығында үткән бәхәстәр барышында Б.В. Төньяҡ Кавказда (Б.Мункачи), Түбәнге (А.П.Смирнов) һәм Урта (И.Фодор, П.Д.Степанов) Волга буйында, Урта Волга һәм Түбәнге Кама буйында (Т.М.Ғарипов, Рәил Ғ.Кузеев) урынлашыуы т‑да фекерҙәр әйтелә. А.Х.Халиҡов, Е.А.Халиҡова, Е.П.Казаков, В.А.Иванов һ.б. фекеренә ярашлы, Б.В. Көньяҡ Уралда, халҡының төп өлөшөн венгрҙар тәшкил иткән Кушнаренко мәҙәниәте һәм Ҡараяҡуп мәҙәниәте таралған ареалда, урынлашҡан. Н.А.Мәжитов был мәҙәниәттәрҙең ҡомартҡыларын боронғо башҡорттар м‑н бәйләй, башҡорт-венгр лингв. йәнәшәлектәрен 11 б. көнбайыш башҡорттарҙың бәшнәк союзы (ҡара: Бәшнәктәр) составында Паннония терр‑яһына күсенеүе һәм уларҙың венгрҙар этногенезында ҡатнашыуы м‑н аңлата; шул рәүешле ул Көньяҡ Уралдың Б.В. урынлашҡан төбәк булыу ихтималлығын инҡар итә.

Әҙәб.: Проблемы древних угров на Южном Урале: сб. ст. Уфа, 1988.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика