БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ, 1941—45 йй. СССР‑ҙың Германияға һәм уның Европалағы союздаштарына ҡаршы алып барған һәм уларҙы тар‑мар итеү м‑н тамамланған азатлыҡ һуғышы; Икенсе донъя һуғышының иң мөһим өлөшө.

1941—45 йй. СССР Ҡораллы көстәрендә БАССР-ҙан 700 меңдән ашыу кеше (ш. иҫ. кадрҙағы хәрбиҙәр һәм хәрби уҡыу йорттары курсанттары) хеҙмәт итә, шуларҙан 575 мең кеше — һуғыш барышында мобилизацияланған һәм саҡырылған. Ҡайтарыуһыҙ юғалтыуҙар (һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар, йәрәхәтләнеүҙән һәм ауырыуҙан, ш. иҫ. әсирлектә, үлгәндәр) 322 меңдән ашыу кеше тәшкил итә; 50 меңдән ашыу кеше (1946 й. ҡарата) инвалидлыҡ б-са демобилизациялана. Һуғыш хәрәкәттәрендә БАССР-ҙа төҙөлгән (комплектланыуы тамамланған) 186‑сы Брест уҡсылар дивизияһы, 219‑сы Идрица уҡсылар дивизияһы, 214‑се Кременчуг‑Александрия уҡсылар дивизияһы, 21‑се гвардия Невель уҡсылар дивизияһы, 87‑се гвардия Перекоп уҡсылар дивизияһы, 170‑се Речица уҡсылар див. һәм йөҙ ҙә егерме дүртенсе уҡсылар бригадаһы, етмеш алтынсы кавалерия дивизияһы һәм 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы, 469‑сы Кременчуг миномётсылар полкы, 134‑се Луга миномётсылар полкы, 467‑се Львов миномётсылар полкы, 120—123‑сө миномётсылар полктары, 1097‑се һәм 1098‑се тупсылар артиллерия полктары, биш йөҙ һикһән етенсе гаубица артиллерия полкы, 144‑се Ропшин миномётсылар полкы, Салауат Юлаев ис. мең ике йөҙ туҡһан икенсе танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы, 25‑се (“Александр Невский” һәм “Полководец Суворов”) һәм 60‑сы (“Салауат Юлаев” һ .м “Уфимец”) айырым бронепоезд дивизиондары ҡатнаша. Фронтҡа БАССР‑ҙа йәшәүселәр иҫәбенә төҙөлгән танк колонналары (“МОПР-ҙың Башҡортостан ойошмаһы”, “Башҡортостан Осоавиахимы”, “Башҡортостан пионеры”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”) һәм эскадрильялар (“Башҡорт истребителе”, “Башҡорт нефтсеһе”, “Белорет металлургы”, “Башҡортостан комсомолы”) ебәрелә. БАССРҙан алынған 200 меңдән ашыу яугир (бер өлөшө — үлгәндән һуң) ордендар һәм миҙалдар м‑н бүләкләнә, 300‑гә яҡын кеше Советтар Союзы Геройы (М.Ғ.Гәрәев — ике тапҡыр) һәм Дан орденының тулы кавалеры була; 3 кеше Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ була. М.Х.Ғөбәйҙуллин һәм А.М.Матросовтың ҡаһарманлығы бөтә илгә таныла.

Хәрәкәттәге армия өсөн һалдаттар һәм командирҙар әҙерләүҙе Ворошилов К.Е. исемендәге Юғары хәрби академия, “Выстрел” РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстары, Көньяҡ Урал пулемётсылар училищеһы, Ленин В.И. исемендәге Хәрби-сәйәси академия, 2‑се Ленинград артиллерия училищеһы, Разведчиктар хәрби авиация училищеһы, Рига хәрби пехота училищеһы, Севастополь зенит‑артиллерия училищеһы, Өфө хәрби пехота училищеһы, Һауаны күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә хәрби училищеһы, бер нисә хәрби курс һәм мәктәп, ш. уҡ ун икенсе запастағы уҡсылар дивизияһы, ҡырҡ туғыҙынсы өйрәнсек уҡсылар дивизияһы, йөҙ ҙә утыҙ дүртенсе уҡсылар бригадаһы, етмеш дүртенсе кавалерия дивизияһы, йөҙ ҙә ун өсөнсө кавалерия дивизияһы, икенсе запастағы кавалерия бригадаһы, 23‑сө айырым запастағы элемтә полкы (ҡара: Запас полктар), башҡа запастағы һәм өйрәтеү ҡораллы көстәре тормошҡа ашыра. 1941 й. сент. алып БАССР халҡының күп өлөшө (16—50 йәштәрҙәге ират һәм 8—10 кластарҙа уҡыусы ҡыҙҙар) Всеобуч системаһына (эштән һәм уҡыуҙан айырмайынса дөйөм хәрби белем биреү; 200 меңгә яҡын кеше) һәм Осоавиахимға (СССРҙың Оборонаға, авиация һәм химия төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү йәмғиәте; 196 меңдән ашыу кеше) йәлеп ителә.

Һуғыш барышында БАССР мөһим тыл төбәгенә әүерелә. 1942 й. ҡарата респ. СССР‑ҙың Европа өлөшөнән 278 мең кеше эвакуациялана, һуңыраҡ та БАССР-ға меңәрләгән ҡасаҡ килеүе дауам итә. 1942 й. көҙөнә респ. 172 предприятие, айырым цех һәм ҡоролмалар ҡабул итә. Мәҫ., Бәләбәй ҡ. Бурынск һәм Шалыгинск шәкәр з‑дтары (ярашлы рәүештә Көньяҡ т. юлының Путивль һәм Крупец ст.; Украина ССР‑ы) урынлаштырыла; Белорет ҡ. — Клин станоктар эшләү з‑ды, В.М.Молотов ис. Ленинград ҡорос прокатлау, тимер сым-канат з‑ды, “Ураҡ һәм сүкеш” з‑дының (Мәскәү) биметалдар цехы, Харцыз ҡорос сым‑канат з‑ды һәм Одесса канат з‑ды ҡорамалдары; Бөрө ҡ. — “Аэрогеоприбор” з‑ды (Мәскәү) һәм Осипенко ит комб‑ты (Бердянск ҡ.) ҡорамалдары; Благовещен ҡ. — С.Орджоникидзе ис. з‑д (Подольск ҡ.), “Ҡыҙыл сүкеш” (Грозный) һәм “Октябрь революцияһының 11 йыллығы” (Туапсе ҡ.) з‑дтары, Орша тимер сым‑ҡаҙаҡ з‑ды; Дәүләкән ҡ. — Волчанск аяҡ кейеме ф‑каһы; Ишембай ҡ. — И.В.Сталин ис. з‑д (Баҡы), И.В.Сталин ис. ләм насостары з‑ды (Гродно ҡ.) һәм Грозный нефть комб‑тының 1‑се май абсорбциялау газолин з‑ды; Стәрлетамаҡ ҡ. — 59‑сы з‑д, Вишняковск спирт з‑ды (Көньяҡ т. юлының Хорол ст.), Донецк сода з‑ды (Көньяҡ т. юлының Переездная ст.; икеһе лә Украина ССР‑ы) һәм “Ҡыҙыл химик” Славянск сода з‑ды, Мәскәү тире комб‑ты, В.И.Ленин ис. Одесса станоктар эшләү з‑ды, Гродно нефть комб‑тының авторемонт оҫтаханалары, Конгрессовск шәкәр з‑дының, Волхов цемент з‑дының һәм “Спартак” цемент з‑дының (Рязань ҡ.) ҡо рамалдары; Өфөлә — Ф.Э.Дзержинский ис. з‑д (Баҡы), һөт з‑ды һәм “Прогресс” аяҡ кейеме ф‑каһы (икеһе лә Витебск ҡ.), Гомель паровоз һәм вагон ремонтлау з‑ды, 85‑се з‑д (Грозный), Запорожье һәм Изюм паровоз ремонтлау з‑дтары, Осоавиахим Үҙәк советының авторемонт оҫтаханалары (Запорожье ҡ.), “Гигант” Калуга шырпы ф‑каһы, Майкоп нефть комб‑тының шыйыҡ кислород з‑ды, 234‑се, 451‑се һәм “Ҡыҙыл Таң” з‑дтары (бөтәһе лә — Ленинград), витамин з‑ды, 9‑сы, 49‑сы, 145‑се, 161‑се, 191‑се, 219‑сы, 291‑се, 307‑се, 628‑се һәм 633‑сө “Металлрукав”, “Москабель” һәм “Электропривод” з‑дтары, ҡатмарлы эфирҙар з‑ды, “Роскаучук” тәбиғи каучук тәжрибә з‑ды, Парфюмерия сәнәғәте баш идаралығының эксперим. з‑ды, 1‑се һәм 2‑се буяу з‑дтары, “Ҡыҙыл туҡыусы” ф‑каһы, Коминтерн ис. РВ‑1 радиостанцияһы һәм СССР Элемтә ХК‑ның ҡыҫҡа тулҡынлы РВ‑59 тапшырғысы (бөтәһе лә — Мәскәү), “Электрошнур” (Одесса ҡ.) һәм “Винилпровод” (Подольск ҡ.) з‑дтары, Полтава спирт з‑ды, Рубежанск химия комб‑ты, 11‑се төҙөлөш тресы, 26‑сы з‑д һәм “Ҡыҙыл байраҡ” туҡыу ф‑каһы (бөтәһе лә — Рыбинск ҡ.), Рязань сәй ф‑каһы, Станислав паровоз ремонтлау з‑ды, Яңы Ткацкий туҡыу ф‑каһы (Серпухов ҡ.), И.В.Сталин ис. Харьков электромеханика з‑ды һәм “ТЭЖЭ” ф‑каһы, Ярославль РТИ з‑ды; Ярцево иләү ф‑каһы, Ливно тәбиғи каучук з‑ды, Микашевичи фанер з‑ды, Мәскәү аккумуляторҙар з‑ды ҡорамалдары; Ғафури р‑ны Красноусольский ҡасабаһында — Бадаев ис. быяла з‑ды ҡорамалдары; Нуриман р‑ны Красный Ключ ҡасабаһында — Красногорск ҡағыҙ ф‑каһы; В.В.Куйбышев ис. т. юлдың Бүздәк ст. — 13‑сө з‑д; ш. уҡ юлдың Ҡарлыман ст. — Льгов шәкәр з‑ды, “Правда” (“Хәҡиҡәт”) гәз. ис. шәкәр комб‑тының (Көньяҡ т. юлының Перекоповка ст.; Украина ССР‑ы) һәм Полтава шәкәр з‑дының ҡорамалдары; ш. уҡ юлдың Таутөмән ст. — Щёкин кислотаға сыҙамлы материалдар з‑ды.

БАССР‑ға 100‑ҙән ашыу ойошма һәм учреждение, ш. иҫ. Бөрөгә Орёл пед. ин‑ты, Благовещенға Авиация яғыулығы һәм майҙары үҙәк ҒТИ; Стәрлетамаҡҡа Мәскәү китапхана ин‑ты, Өфөгә Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты Президиумы, СССР Дәүләт контроле ХК, СССР Нефть сәнәғәте ХК, СССР Элемтә ХК, Литва ССР‑ы Юғары Советы Президиумы, ХКС‑ы һәм Коммунистар (большевиктар) партияһы ҮК (Вильнюс), Украина ССР‑ы ФА‑ның 20 ҒТИ, Украина ССР‑ы Композиторҙар, яҙыусылар, рәссамдар союздары, Маркс—Энгельс—Ленин ин‑ты (Мәскәү), И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑ты, Витебск, Киев һәм 1‑се Мәскәү мед. ин‑ттары, Рыбинск авиация ин‑ты, РСФСР Һаулыҡ һаҡлау ХК‑ның И.И.Мечников ис. Мәскәү эпидемиология һәм микробиология ин‑ты, СССР Электр сәнәғәте ХК‑ның Элемтә ҒТИ (Мәскәү), Авиация моторҙары эшләү үҙәк ҒТИ (Мәскәү), СССР Авиация cәнәғәтен проектлау дәүләт ин‑ты, Керамика ҒТИ, СССР Нефть сәнәғәте ХК‑ның Юғары баҫымдар ҒТИ, Воронеж өлк. Дәүләт архивы эвакуациялана. Башҡортостанда 250 меңдән ашыу ауырыу һәм яралыға мед. ярҙамы күрһәтеүсе 40‑тан ашыу эвакуация госпитале эшләй. Эшмәкәрлек өлкәһе б‑са оҡшаш күп кенә урындағы һәм эвакуацияланған пр‑тиелар, ойошмалар һәм фәнни учреждениелар берләштерелә. Эвакуацияланған халыҡтың, пр‑тие һәм учреждениеларҙың күп өлөшө һуғыштан һуң респ. ҡала (ҡара: Авиация техник университеты, Нефть техник университеты, “Сода”, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы, Өфө кизе‑мамыҡ комбинаты һ.б.).

Һуғыш башланыу м‑н БАССР сәнәғәте оборона продукцияһы сығарыуҙы арттыра (ш. иҫ. халыҡ ҡулланыуы тауарҙары һәм туҡланыу продукттары етештереүҙе ҡыҫҡартыу иҫәбенә). 1945 й. ҡарата респ. 364 яңы пр‑тие барлыҡҡа килә (эвакуацияланғандарҙы иҫәпләмәйенсә). БАССР сәнәғәте авиация двигателдәре, һуғыш припастары (башлыса бомба, мина һәм снаряд) етештереүҙе, ҡаты ҡорос сорттарын ҡойоуҙы арттыра. Хәрби кейем, шинель буҫтауы һәм техник туҡыма етештереү, аэросана, саңғы, поход кухнялары һ.б. һуғыш продукцияһы эшләп сығарыу арта. Алтын (1941—45 йй. 8,8 т тәшкил иткән), кобальт, марганец, боксит, никель рудаларын һ.б. эшкәртеү күбәйә; нефть сығарыу сәнәғәте 5 млн т нефть (Б.В. һуғышы осоронда СССР‑ҙа табылған нефттең 1/ 3 өлөшө) бирә. Хеҙмәт ҡануниәте ҡатыландырыла, хеҙмәт йөкләмәһе индерелә (СССР ЮС‑ы Президиумының 1941 й. 22 июнендәге “Хәрби хәл тураһында”, 1941 й. 26 июнендәге “Һуғыш осоронда эшселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш ваҡыты режимы тураһында” указдары), халыҡты хеҙмәткә мобилизациялау үткәрелә (СССР ЮС‑ы Президиумының 1942 й. 13 февр. “Эшкә яраҡлы ҡала халҡын һуғыш ваҡыты осоронда производствола һәм төҙөлөштә эшләү өсөн мобилизациялау тураһында” указы), хеҙмәт резервтары (СССР ЮС‑ы Президиумының 1940 й. 2 окт. “СССР дәүләт хеҙмәт резервтары тураһында” указы б‑са барлыҡҡа килә) йәлеп ителә, эш нормалары күтәрелә, сәнәғәт технологиялары камиллаштырыла һәм асыла. 1942—45 йй. халыҡты хеҙмәткә мобилизациялау барышында производствоға 166 меңдән ашыу кеше ылыҡтырыла. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә һуғыш йылдарында БАССР‑ҙа етештереү күләме 2,5 тапҡырҙан күберәккә арта, быға граждандарҙың дөйөм патриотик ынтылышы ла булышлыҡ итә. 1941—45 йй. ауыл хужалығы дәүләткә 3 млн т яҡын иген, 0,8 млн т картуф һәм 0,05 млн т башҡа йәшелсә, 0,1 млн т ит, 382 млн л һөт һ.б. продукттар тапшыра; фронтҡа 72 меңдән ашыу ат ебәрелә. Сәсеүлек майҙандарының ҡыҫҡарыуы (1940—45 йй. — 43%‑ҡа) һәм мал һанының кәмеүе (1941—45 йй. һыйыр малы — 42%‑ҡа, сусҡа — 73%‑ҡа, кәзә — 46%‑ҡа) шарттарында иген культуралары, техник культуралар, шәкәр сөгөлдөрө һ.б. а.х. культураларының уңдырышлылығын һәм а.х. малдарының продуктлылығын күтәреү мәсьәләләрен тикшереү әүҙемләштерелә. Эшсе ҡулдар етешмәү сәбәпле, а.х. эштәренә хеҙмәткә яраҡлы ҡала кешеләре (1942 й. — 30 меңдән, 1943 й. — 45 меңдән ашыу кеше) һәм балалар (1942 й. — 200 мең, 1944 й. — 228 мең кеше) йәлеп ителә. БАССР‑ҙа 416 меңдән ашыу кеше “1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары м‑н бүләкләнә, 20‑нән ашыу кешегә (1950 й. ҡарата) Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Еңеүгә фәнни‑техник һәм ижади интеллигенция ҙур өлөш индерә. БАССР юғары уҡыу йорттары һәм фәнни учреждениелары эшендә илдең көнбайыш һәм үҙәк райондарынан килгән ғалимдар әүҙем ҡатнаша. Улар урындағы ғалимдар м‑н бергә оборона әһәмиәтенә эйә булған фәнни проблемалар өҫтөндә эшләй, яңы сеймал һәм материалдар, мед. препараттары сығанаҡтары эҙләп таба. Һуғыш йылдарында респ. түбәндәге күренекле фән эшмәкәрҙәре эшләй: А.А.Блохин, Г.В.Вахрушев, А.Я.Виссарионова, И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров, М.А.Лаврентьев, Д.В.Наливкин, С.С.Намёткин, Е.О.Патон, Х.Р.Солтанаев, Е.И.Суханкин, А.А.Трофимук, Й.А.Усманов, К.Р.Чепиков һ.б. 1943 й. Украина ССР‑ы ФА һәм уның Өфөлә эшләгән 14 академигы (А.А.Богомолец, П.П.Будников, А.В.Палладин, П.Тычина һ.б.) фәнни ҡаҙаныштары өсөн БАССР‑ҙың Почёт грамоталары м‑н бүләкләнә. Кешеләрҙең фронттағы һәм тылдағы батырлығы башҡ. яҙыусылары И.Ә.Абдуллин, М.Ғ.Абдуллин, С.Агиш, Б.Бикбай, Ә.Ғ.Бикчәнтәев, Ҡ.Даян, Ә.Ихсан, М.Кәрим, Х.Кәрим, Н.Ҡ.Ҡәрипов, А.Карнай, С.Ҡудаш, С.Кулибай, Х.Ҡунаҡбай, С.М.Мифтахов, К.Мәргән, Б.Моҡамай, Ш.Ғ.Насиров, Р.Ниғмәти, М.Хәй, Ғ.Әмири һ.б. әҫәрҙәрендә сағылыш таба (ҡара: Башҡорт әҙәбиәте). Күп башҡ. яҙыусылары, улар араһында М.Ғ.Абдуллин, Ҡәрипов, Карнай, Ҡунаҡбай, Мифтахов, Моҡамай, Хәй, М.Харис фронтта һәләк була. Совет кешеләренең батырҙарса көрәше рәссамдар В.П.Андреев, К.И. Герасимов, Р.У.Ишбулатов, А.П.Лежнев, А.Э.Тюлькин, И.И.Урядов һ.б. әҫәрҙәрендә лә сағылыш таба (ҡара: Рәсем сәнғәте). Өфөлә скульпторҙар Т.П.Нечаева, В.Г.Морозова, С.Д.Тавасиев һ.б. эшләй (ҡара: Скульптура). Халыҡтың хәрби һәм хеҙмәт батырлығы Х.К.Ибраһимов, З.Ғ.Исмәғилев, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. күптәрҙең йырҙарында маҡтап йырлана. Һуғыш йылдарында театр сәнғәте (ҡара: Театр) асыҡ патриотик йүнәлеш ала (ҡара: Башҡорт академия драма театры, Урыҫ драма театры, Опера һәм балет театры). Башҡорт филармонияһы, урындағы театрҙар, эвакуацияланған Воронеж драма театры (Стәрлетамаҡ), Киев драма театры һәм опера һәм балет театры (Өфө), Мелитополь украин муз. драма театры (Мәләүез р‑ны Мәләүез ҡасабаһы), Петрозаводск драма театры (Бөрө), Николаев ҡурсаҡ театры (Дәүләкән) һ.б. коллективтары БАССР райондары буйлап гастролдәрҙә була; респ. артистарының фронт бригадалары хәрәкәттәге армия яугирҙары алдында сығыш яһай.

Мәҙәниәт учреждениелары агитация-пропаганда һәм киң мәҙәни эш м‑н әүҙем шөғөлләнә. Һуғыш барышында уларҙың бер өлөшө ябыла; 1945 й. 1639 колхоз һәм район клубы, мәҙәниәт һарайы, 1113 уҡыу өйө, 226 радиоузел, 1 музей, 254 китапхана ҡала. Респ. радиотапшырыуҙар башҡ., урыҫ, татар һ.б. телдәрҙә алып барыла. Радиотапшырыуҙарҙа совет кешеләренең хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары т‑да Совинформбюро хәбәрҙәре ҙур урын алып тора. БАССР‑ҙа сығарылған гәзит һәм журналдар һанының ҡырҡа кәмеүе шарттарында бөтә ҡала һәм торама пункттар урамдары, майҙандарында, пр‑тиеларҙа һ.б. урындарҙа гәзит витриналары ҡуйыла.

БАССР‑ҙан һуғышта ҡатнашыусылар иҫәбендә 29 меңгә яҡын Советтар Союзы коммунистар партияһы ағзаһы һәм 120‑меңдән ашыу Бөтә Союз Ленинсы коммунистик йәштәр союзы ағзаһы була. Башҡортостан халҡы оборона һәм ҡорал эшләү фондтарына 355 млн һумдан ашыу аҡса йыйып бирә, фронтҡа 362 вагон аҙыҡ‑түлек һәм 470 мең йылы әйбер (36 мең ҡолаҡсынлы бүрек, 29 мең мамыҡ куртка һәм салбар, 21 мең ҡыҫҡа тун, 83 мең пар быйма, 300 мең парға яҡын бейәләй һәм ойоҡбаш) оҙата. Фронтҡа ярҙам ойоштороуҙа Урыҫ православие сиркәүе һәм Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) әүҙем ҡатнаша. СССР‑ҙың көнбайышын немец оккупацияһынан азат иткәндән һуң БАССР, үҙ халҡы ауыр матди хәлдә булыуға ҡарамаҫтан, РСФСР‑ҙың Воронеж, Курск, Ленинград, Ростов, Смоленск өлк., Украина ССР‑ының Ворошиловград һәм Харьков өлк. аяҡҡа баҫтырыуҙа ярҙам күрһәтә.

Б.В. һуғышы йылдарында БАССР‑ҙа әсирлеккә эләккәндәр һәм репрессияланғандар (ҡара: Сәйәси репрессиялар) тотола. 1946 й. яҙына респ. 7 мең самаһы хәрби әсир, 2 меңгә яҡын “власовсы” (Рәсәйҙе большевизмдан азат итеү өсөн Германия яғында һуғышҡан Рус азатлыҡ армияһы хәрби хеҙм‑рҙәре) була.

Халыҡтарҙың Б.В. һуғышы осорондағы батырлығы т‑дағы иҫтәлек Башҡортостан Республикаһында йәмғиәтте туплай, быуындар бәйләнешен һәм милләт-ара татыулыҡты нығыта, намыҫ һәм патриотизм өлгөһө була. Б.В. һуғышы һәм унда ҡатнашыусылар т‑да йыл һайын фәнни-ғәмәли конф. үткәрелә, китаптар баҫтырыла, телевизион һәм радиотапшырыуҙар сыға. Өфөлә Хәрби дан музейы (уның составында 112‑се Башҡ. кавалерия див. музейы), Еңеү паркы эшләй; БР‑ҙың һәр торама пунктында тиерлек һуғыш ваҡиғаларына йәки унда ҡатнашыусыларға бәйле урам, Дан аллеяһы, йорт-музей, һәйкәл йәки мемориаль таҡтаташ бар. “Хәтер. 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар исемлеге” (“Память. Списки погибших в Великой Отечественной войне 1941— 1945 гг.”; 20 китапта. Өфө, 1994—1999); “Хәтер. Башҡортостан Республикаһы” [“Память. Республика Башкортостан”; 21, 22‑се кит., өҫт. Өфө, 2000], “Улар Еңеү менән ҡайтты. 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышынан тере ҡайтыусы хәрби хеҙмәткәрҙәр исемлеге” (“Они вернулись с Победой. Списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.”; 15 китапта. Өфө, 2001—2005) йыйынтыҡтары нәшер ителә.

Әҙәб.: Гибадуллин Б.Г. Советская Башкирия в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 1971; Аюпов Р.С. Республика Башкортостан в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 1994; Емелин С.М. Промышленность Башкирской АССР в годы Великой Отечественной войны (1941—1945). Уфа, 2002.

Р.С.Әйүпов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика