БӨЙӨК БРИТАНИЯ, Британия, Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландияның Ҡушма Короллеге, төньяҡ‑көнбайыш Европалағы, Британия утрауҙарындағы дәүләт. Майҙаны — 244,9 мең км2. Баш ҡалаһы — Лондон. Дәүләт башлығы — королева (король). Халҡы — 60,4 млн кеше (2005): инглиздәр (83%), шотландтар (8,6%), валлийҙар (4,9%), ирландтар (2,9%). Рәсми тел — инглиз теле. Диндарҙарҙың күпселеге — протестанттар.

БР‑ҙың Б.Б. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Б.Б. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. БР Хөкүмәте делегацияһының Б.Б. (2000, 2001, 2003—08 йй.), РФ‑та Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландия Ҡушма Короллеге илселегенең 1-се секретары һәм Б.Б. Сит ил эштәре министрлығының Иҡт. сәйәсәт департаменты вәкиле составында Британия дипломатик делегацияһының Башҡортостанға (2003) рәсми визиттары ойошторола. БР‑ҙың Австриялағы вәкиллеге БР м‑н Б.Б. бәйләнештәре өсөн яуаплы. Б.Б. делегаттары 2—3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) эшендә ҡатнаша. БР‑ҙың БДБ-нан башҡа илдәр м‑н тышҡы сауҙаның дөйөм күләмендә Б.Б. өлөшөнә 0,9% тура килә (2009). БР һәм Б.Б. тышҡы сауҙа әйләнеше 39,3 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 10 тапҡырға кәмерәк). БР‑ҙың Б.Б. экспорты — 35,5 млн доллар (2000 й. — 393,1 млн доллар); уның тауар структураһына минераль продукттар, яғыулыҡ, химик продукттар, каучуктар, ағас материалдар һәм ҡағыҙ изделиелары, машиналар, ҡоролмалар, транспорт саралары инә. Б.Б. БР‑ға органик химик берләшмәләр, пластмасса изделиелары, ҡоролмалар, фарм. продукция, туҡланыу продукттары импорты 3,8 млн доллар тәшкил итә (2000 й. — 5,2 млн доллар). БР‑ҙың төп экспортлаусы пр‑тиелары — “Газпром нефтехим Салават” ААЙ, “Уфанефтехим”, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы; импортлаусы — “Газпром нефтехим Салават”, “Уфаоргсинтез”. 2004 й. БР‑ҙа, Б.Б. капитал йәлеп итеп, 12 берлектәге предприятие эшләгән. БР Сауҙа‑сәнәғәт палатаһында Б.Б. мәғлүмәт бюроһы бар. 2004 й. Екатеринбург ҡ. ген. консуллыҡ ойошторған Британия төҙөлөш компанияларының мәғлүмәт стенды “Уралстрой—2004” күргәҙмәһендә тәҡдим ителә, Б.Б. ҡайһы бер фирмалары “Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш—2004”, “Газ. Нефть. Технологиялар—2006” халыҡ‑ара күргәҙмәләрендә (бөтәһе лә — Өфө) ҡатнаша. Б.Б. вәкилдәре “Халыҡ‑ара эшлекле осрашыуҙар: Өфө—1997” конф. ҡатнаша. Математика институты ғалимдары Б.Б. ғалимдары м‑н INTAS программаһы сиктәрендә бәйләнеш тота; Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты Уорвик ун‑тының Масс-спектрометрия ин‑ты, Биохимия һәм генетика институты Уэльс ун‑тының Биология фәндәре ин‑ты һәм Уорвик ун-тының Үҫемлектәр генетикаһы һәм биотехнологияһы бүлеге, Механика институты Лавборо ун‑ты м‑н фәнни бәйләнештәр тота, Авиация техник университеты Шеффилд ун-ты, Радиоэлектроника колледжы Блекпул колледжы м‑н хеҙмәттәшлек итә. 1997 й. БДУ‑ла инглиз студенттары һәм аспиранттары уҡый.

Башҡортостан м‑н Б.Б. күптәнге тарихи бәйләнештәре бар. 1818—28 йй. инглиз банкиры Ралль һәм сауҙагәр Доути Биҙәр заводын тота, 20 б. башында Л.Уркарт Верхнеурал өйәҙендә урынлашҡан завод һәм рудниктарҙың контроль акциялар пакеты хужаһы була. Лондонда Бөтә донъя күргәҙмәһендә (1862) П.М. Обуховтың Златоуст (Косотур) заводында ҡойолған ҡорос пушкалары (алтын миҙалға лайыҡ була) һәм Ырымбур дебет шәлдәре күрһәтелә. 1841 й. Ырымбур губернаһында шотланд геологы Р.Мурчисондың Уралдың геология, география һәм палеонтологияһы б‑са мәғлүмәттәр йыйыусы экспедицияһы эшләй; экспедиция һөҙөмтәләре б‑са “Европа Рәсәйе һәм Урал тауы геологияһы” (1845; инглиз т.) баҫылып сыға. 1880—1900 йй. Европала, ш. иҫ. Б.Б. В.В.Тиманова гастролдә була. 1926 й. БАССР-ҙа инглиз эшселәренең дөйөм забастовкаһын яҡлап 45 мең һумдан ашыу аҡса йыйыла; ш. уҡ йылда респ. баш күтәреүселәр делегацияһы килә, улар хеҙмәтсәндәр алдында сығыш яһай, респ. хөкүмәте тарафынан ҡабул ителә. 70‑се йй. респ. нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр‑тиеларына Б.Б. ҡоролмалар килтерелә, уларҙы инглиз белгестәре монтажлап, көйләп, эшләтеп ебәрә. Фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек алып барыла. Инглиз тикшеренеүселәре Э.Карр, У.Коларз, Т.Ланкина, О.Файджестың хеҙмәттәре Башҡортостан тарихы проблемаларына арналған. Д.Байрондың “Шильон тотҡоно” (1924), У. Шекспирҙың “Отелло” (1946), “Макбет” (1961), “Тиҫкәре ҡыҙҙы буйһондороу” (1983), Э.Л.Войничтың “Күгәүен” (1968), Д.Дефоның “Робинзон Крузо” (1980, 1990) әҫ. башҡ. теленә тәржемә ителгән һәм баҫылған, Ә.Һ.Бикчәнтәевтең “Ҙур оркестр” (1958) повесы инглиз телендә донъя күрә. Респ. театрҙары репертуарына инглиз яҙыусылары әҫ. б‑са спектаклдәр [Шекспирҙың “Гамлет”, “Макбет”, “Отелло”, “Ромео һәм Джульетта”, А.Кристиҙың “Ҡапҡан” (“Мышеловка”), О.Уайльдтың “Кентервиль өрәге” (“Кентервильское привидение”), Р.Киплингтың “Джунглиҙар китабы” мотивы б‑са “Беҙҙең ҡаныбыҙ бер” (“Мы с тобой одной крови”) һ.б.] инә. 2005 й. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Лондонда “Рус ҡышҡы фестивалендә” ҡатнаша. Башҡортостанда 3 инглиз йәшәй (2002). 1996 й. алып БР‑ҙа “Башҡортостан—Бөйөк Британия” дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшләй.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика