БӨЙҘӨ, Учалы р‑нындағы ауыл, Бөйҙө а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 14 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Бөйҙө й. (Уй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 42 кеше; 1939 — 1077; 1959 — 670; 1989 — 710; 2002 — 728; 2010 — 764 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡара-Табын улусында нигеҙ һалына, 1795 й. билдәле. 1920 й. Бөйҙө‑Иверск алтын табыу приискыһы, 1939 й. Бөйҙө приискыһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 1943 й. алып Бәләкәй Учалы ҡасаба советы составындағы Бөйҙө ҡасабаһы. 1963—2000 йй. Учалы ҡ. составындағы ауыл.

Ә.З.Әсфәндиәров

Текст на русском языке

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика