БӨЖӘКТӘР (Insecta), быуынтығаяҡлылар класы. 2 ярым класы (йәшерен яңаҡлылар һәм асыҡ яңаҡлылар), 32 отряды, яҡынса 2 млн төрө билдәле. БР‑ҙа 30‑ҙан ашыу отряды, яҡынса 17 мең төрө бар. Тән оҙонлоғо 1,5—120 мм, быуынтыҡлы, тығыҙ кутикула (тышҡы һөлдә) м‑н ҡапланған; баш, күкрәк һәм ҡорһаҡтан тора. Башында быуынтыҡлы мыйығы (антенна), ян‑яғында, маңлайында һәм түбәһендә фасеткалы күҙе бар, ҡайһы ваҡыт 1—6 ябай күҙле. Күреү һәләте төҫлө. Ауыҙ аппараты 2 пар яңаҡлы, кимереүсе, ялаусы, һурыусы йәки сәнсеүсе‑һурыусы. Күкрәге 3 сегменттан тора, 3 пар быуынтыҡ аяҡлы, күпселегендә 2 йәки 1 пар ҡанат бар. Ҡанаты тәңкәле йәки төклө. Ҡайһы бер Б. ҡанатһыҙ. Аяғы (йүгереү, йөҙөү, һикереү, ҡаҙыу, эләктереү, йөрөү һ.б.) быуынтыҡлы, янбаштан, суҡмар һөйәгенән, боттан, енсектән һәм бер пар тырнаҡлы 5 быуынтыҡлы тәпәйҙән тора. Ҡорһағы 11, ҡайһы ваҡыт 5—6 сегментлы; ҡайһы бер ябай төҙөлөшлө Б. ҡорһағы осонда өҫтәмә үҫентеләре — церкалары бар. Аш һеңдереү системаһы алғы, урта һәм артҡы бүлектәрҙән тора. Күпселек Б. трахеялар м‑н тын ала, ҡайһы берҙәре — бөтә тәне м‑н; һыуҙа йәшәүсе балағорттарҙың икенсел трахея йәки кутикула айғолаҡтары үҫешкән. Һулышлыҡтары тәненең ҡабырға яҡтарында урынлашҡан. Ҡан тамырҙары системаһы (газ алмашыныуҙа ҡатнашмай) йомоҡ түгел, йөрәге көпшәле, бер алғы аорталы. Ағзалар араһындағы аралыҡ гемолимфа һәм май туҡымаһы м‑н тулған. Тәм, еҫ тойоу, һиҙеү, ишетеү ағзалары (аяғында, ҡорһағында йәки артҡы түшендә урынлашҡан) һәм феромондар, репелленттар, ағыулы һ.б. матдәләр бүлеп сығарыусы биҙҙәре бар. Эндокрин биҙҙәре үҫешкән. Нервы системаһы баш мейеһенән, йотҡолоҡ аҫты ганглийынан һәм ҡорһаҡ сылбырынан тора. Бүлеп сығарыу ағзалары — мальпиги тамырҙары (эсәклектең урта һәм артҡы эсәк сигендәге көпшә һымаҡ үҫентеләре). Метаболизмдың төп продукты — бәүел кислотаһы. Үҫеше метаморфоз һәм тулы (йомортҡа, балағорт, ҡурсаҡ һәм оло Б., йәки имаго) йәки тулы булмаған (ҡурсаҡ стадияһы юҡ, балағорто — нимфа, имагоға оҡшаған) әүерелешле. Б. айырым енесле, йомортҡа һала, ҡайһы бер төрҙәре йомортҡа‑тереләй тыуҙыра. Аталаныу эстә була, үлән беттәренә партеногенез хас. Күп Б. нәҫел т‑да хәстәрлек күрһәтә. Ҡурсаҡтары ирекле (ҡанаты, аяғы һәм мыйығы кәүҙәгә ҡыҫылған, ләкин уға йәбешмәгән), ҡаплаулы (дөйөм япма ҡанатын, аяғын, мыйығын ҡаплай) йәки йәшерен (балағорт япмаһы һуңғы ҡау һалыуҙан һуң ялған ҡурсаҡ көбөнә — пупарийға әүерелә). Башлыса ер өҫтө хайуандары, һыуҙа, тупраҡта, аҙыҡтүлектә һ.б. йәшәүсе төрҙәре бар. Сапрофаг, ш. иҫ. детритофаг, копрофаг (хайуан экскременттарын ашай) һәм некрофаг (үләкһә м‑н туҡлана), фитофаг, йыртҡыс, паразит. Матдәләр әйләнешендә һәм тупраҡ барлыҡҡа килеү процесында, сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндереүҙә, умыртҡаһыҙҙар һанын көйләүҙә ҡатнашалар. Күп Б. — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡосо, иген һәм аҙыҡ-түлек запастарын боҙа (ҡара: Амбар ҡоротҡостары). Б. араһында кеше һәм хайуандарҙың инфекцион ауырыуҙарын таратыусылар бар. Күп йыртҡыс һәм паразит Б. ҡоротҡос Б. м‑н көрәшеү өсөн ҡулланыла. Бал ҡорто бал, бал ҡорто балауыҙы һ.б. умартасылыҡ продукттарын алыу өсөн үрсетелә. Б. 28 төрө (адмирал, махаон, суфый сиңерткә һ.б.) БРҙың Ҡыҙыл китабына, шуларҙың 12‑һе (аполлон, айыу сиңерткәһе, болан-ҡуңыҙ һ.б.) ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика