БРОНЕПОЕЗДАР, артиллерия һәм пулемёттар м‑н ҡоралландырылған бронялы тимер юл составтары, 19 б. һуңғы сирегендә — 20 б. 1‑се ярт. Америка һәм Европа илдәре армияһында ғәскәрҙәргә ут м‑н ярҙам итеү һәм үҙ аллы хәрби хәрәкәт алып барыу өсөн ҡулланыла. Бер нисә Б. дивизионға берләшә. Б. хәрби өлөштән (бронепаровоз, 2һәм унан күберәк броневагон, 2 контроль платформаһы) һәм улар артынан үҙ аллы, дошман уты етмәҫлек алыҫлыҡта килгән базанан (паровоз, личный составҡа ял итеү һәм запастар һаҡлау өсөн бер нисә пассажир һәм тауар вагоны) тора. Башҡортостанда Б. Граждандар һуғышы осоронда РККА, Халыҡ армияһы, Рәсәй армияһы, Рус армияһы һәм Себер армияһы составында хәрәкәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө паровоздар ремонтлау з‑ды (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы) Белорет металлургия комбинаты ҡатнашлығында 4 Б. төҙөй. 1942 й. 17 апр. РККА‑ға “Полководец Суворов” һәм “Александр Невский” Б. тапшырыла, улар Б. 25‑се дивизионын барлыҡҡа килтерә. Дивизиондың личный составы өлөшләтә Өфө паровоздар ремонтлау з‑ды эшселәренән комплектлана. Хәрәкәттәге армияла дивизион 1942 й. авг. һәм 1943 й. авг. — 1945 й. майында була, төрлө армиялар составында Сталинградтан Прагаға тиклем юл үтә һәм 1945 й. сент. Украина ССР‑ы Киверцы станцияһында таратыла. Дивизион командиры И.Н.Добрынин (1942). 1943 й. йәйендә Б. 60‑сы дивизионын тәшкил иткән “Уфимец” һәм “Салауат Юлаев” Б. төҙөлә һәм ҡораллы көстәргә тапшырыла. 1943 й. көҙөндә — 1945 й. яҙында улар Белоруссия, Латвия һәм Литваны азат итеүҙә ҡатнаша. Артабанғы яҙмыштары билдәһеҙ. БАССР Б. т‑дағы материалдар, ш. иҫ. “Салауат Юлаев” Б. макеты, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе музейында (Өфө) һаҡлана.

Әҙәб.: Поцелуев В.А. Броненосцы железных дорог. М., 1982; Бикмеев М.А. Военный вклад Башкортостана в победу в Великой Отечественной войне 1941—1945 годов. Уфа, 1997.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика